Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы халҡы карьерҙан сыҡҡан ҡара һөрөмгә зарлана

Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы халҡы карьерҙан сыҡҡан ҡара һөрөмгә зарлана https://bash.news/news/88603_bajma_rajony_ike_sibaj_auyly_xaly_kareran_syan_ara_rmg_zarlana
23 ғин 2019, 21:27

Ябылмаған карьерҙар бүлеп сығарған ҡара һөрөм, унан зарарланыу ихтималлығы, дөйөм хәүеф Сибайға яҡын урынлашҡан ауылдарҙа йәшәүселәрҙе лә борсомай ҡалмай. Шул иҫәптән бер нисә саҡрым алыҫлыҡтағы Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы халҡын да... Ҡасабаның яңы биҫтәһендә көн итеүселәр ҡара һөрөмдөң үҙҙәре өсөн зарарлы булыуын билдәләй һәм сара күрергә кәрәк тигән фекер белдерә. Был хаҡта улар урындағы инцидент проектына ла һорау менән мөрәжәғәт итте.

Иҫке Сибай Баймаҡ районының бер ауыл биләмәһе булып һыналһа, ул Сибай янында урынлашкан ауылдарҙың береһе. Һуңғы йылдарҙа ауыл яңы биҫтәләр иҫәбенә үҫә бара. Ошондай микрорайондар менән Сибай араһы бер нисә сакрым ғына.

Ауылдың ҡалаға яҡын урынлашыуы урындағыларҙың Сибайға йөрөп эшләүе менән дә отошло, ауылдың үҫеүе лә ошо факторҙарға бәйле. Кеше Иҫке Сибайҙа күпләп йорттар һала, бөгөн ҡайһы бер биҫтәләр Сибайҙың осона етеп бара тиһәк тә хата булмаҫ. Ләкин карьер бүлеп сығарған насар еҫ һуңғы ике көндә яңы микрорайон халкын да борсолорға мәжбүр итте. Ел ауыл яғына иҫһә, уны асык тойомларға була , ти урындағылар.

Рауил Саникин, Мостай Кәрим урамында йәшәүсе: “Шуны ла билдәләргә кәрәк, һаулыҡ өсөн зарарлы еҫтең булыуы айырым урамдарға, айырыуса Сибай ҡалаһына яҡын урынлашҡан биҫтәләргә ҡағыла”.

Әлеге көндә Сибайҙа экологик контроль лабораторияһы эшләй. 3 белгес, эколог һәм йәмәғәтселәрҙән торған комиссия ҡалала бер ай дауамында тикшереүҙәр алып барасак. Ял көндәрендә ошо лаборатория Иҫке Сибай ауылы биләмәһенең сакырыуы буйынса яңы биҫтәләргә килеп тикшереүҙәр үткәрҙе.

Әнисә Ғәлина, Иҫке Сибай ауылы биләмәһе башлығы: “Был проблеманың булыу ихтималлығын урындағы власть диарәләрәе күҙәтеү аҫтына алды. Сөнки инцидент проектына ошо хакта бик күп һорауҙар килә башланы”.

Йомабай Йәғәфәров, Баймаҡ районы хакимиәтенең ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм граждандар оборонаһы бүлеге етәксеһе: “Хәүефле урынға якын урынлашкас, урындағыларҙың борсолоуы аңлашыла. Айырыуса хроник сирҙәре булған кешеләр өсөн был эҙемтәһеҙ үтмәй. Бөгөн борсолоу белдергән кешеләр араһында анлатыу эштәре алып барыла”.

Автор: Гөлнур Ишбулатова.

Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы халҡы карьерҙан сыҡҡан ҡара һөрөмгә зарлана

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Когда отремонтирую ваш подъезд