Туғыҙынсы синыф тамамлаусылар өсөн дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын тапшырыу шарттары билдәләнде

Туғыҙынсы синыф тамамлаусылар өсөн дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын тапшырыу шарттары билдәләнде https://bash.news/news/88605_tuyynsy_sinyf_tamamlausylar_sn_dlt_jomalau_attestaciyayn_tapshyryu_sharttary_bildlnde
23 ғин 2019, 21:28

Туғыҙынсы синыф уҡыусылары дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы тапшырыр алдынан телдән әңгәмә үтергә тейеш. Зачет ҡуйылғандан һуң ғына уҡыусыға имтихан тапшырырға рөхсәт ителә. Төп этап 13 февралгә тәғәйенләнгән.

Бынан тыш, ике резерв көн ҡаралған. Әле республиканың һәр төбәгендә берәр мәктәп һайлап алынып алдан һынау уҙғарылған. Бланктар Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының мәғлүмәт эшкәртеү үҙәгенә тапшырылды. Һынауҙарҙа туғыҙынсы синыф уҡыусылары тейешле талаптар буйынса эксперт ҡатнашлығындағы әңгәмәлә үҙ белемен тикшерә алды.

Телдән әңгәмә дүрт өлөштән тора. Тәүгеһендә уҡыусы тексты ҡысҡырып уҡып ишеттерергә, артабан уны һөйләргә, киләһе этапта өс теманың береһен һайлап, уға үҙ фекерен белдерергә һәм дүртенсе өлөштә имтихан ҡабул итеүсе әңгәмәсе менән диалог алып барырға тейеш. Телдән әңгәмәлә уҡыусыға 15 минутҡа тиклем ваҡыт бирелә, мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн 30 минут билдәләнгән. Иң юғары балл - 19, 10 билдәһе ҡуйыла икән - зачет.

Рөстәм Рәмов, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының төбәк мәғлүмәт эшкәртеү үҙәге етәксеһе: “Һәр бер уҡыусы менән индивидуаль һөйләшеү алып барыласаҡ. Әңгәмәсе һөйләшә, ә эксперт критерийҙар буйынса билдәләр ҡуйып бара. Һөҙөмтәләр буйынса зачет йә незачет ҡуйыла. Зачет алыусылар дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына бара аласаҡ”.

Быйыл республикала 43 меңдән ашыу уҡыусы туғыҙынсы синыфты тамамлай. Ғәҙәттәгесә, улар математика һәм рус теленән ике мотлаҡ һәм үҙҙәре һайлап ике фәндән имтихан тапшыра.

Автор: Фәниә Юланова.

Туғыҙынсы синыф тамамлаусылар өсөн дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын тапшырыу шарттары билдәләнде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA