Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балалар «Минең менән бергә!» социаль акцияһында ҡатнашты

Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балалар «Минең менән бергә!» социаль акцияһында ҡатнашты https://bash.news/news/88606_fl_mmkinlektre_siklngn_balalar_mine_menn_berg_social_akciyaynda_atnashty
23 ғин 2019, 21:29

Дим биҫтәһендә йәшәүсе ике тиҫтәнән ашыу малай-ҡыҙ өсөн баш ҡаланың фәнни музейына махсус экскурсия ойошторолдо. Йыйылған балаларҙың күбеһе насар ишетә - шуға ла уларға бөтә мәғлүмәтте тәржемәсе аңлатып барҙы. Белгестәр уларға тирә-яҡ мөхит, ер шары төҙөлөшө һәм төрлө ҡатмарлы физика ҡағиҙәләрен ябай һәм ҡыҙыҡлы ҡоролмалар аша күрһәтте.

Алина Хәбирова, "Кәртәләрҙе емер" проекты кураторы: “Был акция мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы йәмәғәт тормошона яраҡлаштыра. Сара даими үткәрелә, беҙгә ирекмәндәр һәм проекттың дуҫтары ярҙамлаша”.

Әдиә Муллахмәтова, проект менеджеры: “Насар ишеткән балалар өсөн экскурсия, фәнни шоу ойошторҙоҡ. Бындай саралар балалар өсөн бик кәрәкле”.

Автор: Флорида Ким.

Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балалар «Минең менән бергә!» социаль акцияһында ҡатнашты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна