Кушнаренко тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында йөн эшкәртеү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте

Кушнаренко тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында йөн эшкәртеү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте https://bash.news/news/88607_kushnarenko_tarixtyuan_yaty_jrne_muzejynda_jn_eshkrte_bujynsa_otaly_drese_tte
23 ғин 2019, 21:30

"Тиктормаҫ ҡулдар" тип аталған түңәрәк ағзалары бай йөкмәткеле экскурсия тыңлаған һәр кемде эш серҙәренә төшөнөргә саҡыра. Музей директоры әйтеүенсә, оҫталыҡ дәресендә йәштәрҙең, айырыуса мәктәп уҡыусыларының теләп ҡатнашыуы күҙәтелә. Был аңлашыла, һуңғы йылдарҙа йөндән әҙерләнгән әйберҙәр яңы һулыш кисерә.

"Тиктормаҫ ҡулдар" түңәрәге ағзалары тарафынан сумкалар, төрлө сувенирҙар эшләнгән. Был юлы ҡатын-ҡыҙҙар ҡышҡы һыуыҡта өшөмәҫлек бейәләй баҫырға өйрәнде. Ижади процесс ике сәғәт дауам итте. Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар кейеҙ баҫыу, йөн эшкәртеү тарихы тураһында мәғлүмәт алып, үҙ-ара аралашып, ҡәнәғәт таралышты.

Гүзәл Хәмитова, Кушнаренко тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры: “Аҙнаһына бер тапҡыр йыйылабыҙ. Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар үҙҙәренең идеяһы менән килә. Берәүҙәр уйынсыҡтар яһай, икенселәр милли орнаменттар менән камзул, күлдәктәргә тотондо. Түңәрәк ағзаларының эштәре үҙе бер - ҙур күргәҙмә”.

Автор: Фәниә Юланова.

Кушнаренко тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында йөн эшкәртеү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа