Башҡортостанда һауа шарҙары фестивале үтә

Башҡортостанда һауа шарҙары фестивале үтә https://bash.news/news/88608_bashortostanda_aua_sharary_festivale_t
23 ғин 2019, 21:31

Осар ҡош бейеклегенә сәйәхәт. Республикала "Самрау" исеме аҫтында ойошторолған һауа шарҙары фестивале башланды. Ғафури районының шифахана биләмәһенән һауаға ете аэростат күтәрелде. Илдең тиҫтәләп төбәк ҡатнашыусылары Урал тауҙары һырты аша үтеп Әбйәлил районына юлланды.

Республика һауа юлдарын иңләйәсәк аэростат әҙер. Шулай ҙа эш бының менән генә тамамланмаған. Тулы ай яҡтылығында команда ҡатнашыусылары деталдәрҙең ныҡлығын ҡабат тикшерә. Һауа шары дүрт урынға иҫәпләнгән. Оҙон юлға сығыуға бәйле, аэростат ике кешене генә ала. Ә шул арала кәрзиндәр 8-шәр газ баллоны менән тултырыла. Был иһә 427 литр тигәнде аңлата. Берәүһе бер сәғәткә етә.

Георгий Зименко, Түбәнге Новгород өлкәһенең һауа осоу спорты федерацияһы вәкиле: “Сараны ойоштороусылар илдең һәр зона үҙәктәренә заявка ебәрҙе. Дүрт тиҫтә саҡрымдай һауа коридорын үтеү маҡсаты ҡуйылды. Пилот уңға-һулға борола алмай, ә махсус билдәләнгән юл аша ғына осорға бурыслы. Урал тауҙары аша үтеү, әлбиттә, үҙенә күрә ҙур тәжрибә”.

Һауа шарҙары өсөн урын алдан уҡ һайланды. Шифахана биләмәһендә бер-бер артлы күтәрелгән аэростат һәр кемдең иғтибарын йәлеп итте. Күптәр өсөн ул яңылыҡ та булып тора. Осоу аппаратын яҡындан күреп, уның нескәлеге менән танышты.

Фаил Зәйнәғәбдинов, шифаханала ял итеүсе: “Бындай ваҡытты, ғөмүмән ҡалдырыу мөмкин түгел. Тәүге тапҡыр һауа шарҙары сараһына шаһит булдым”.

Әлбиттә, республика биләмәһендә ойошторолған һауа шарҙары фестивале милли туризмды үҫтереүгә лә үҙ өлөшөн индерә. Бөгөнгө сара ла Санкт-Петербург, Түбәнге Новгород, Екатеринбург кеүек тиҫтәләп төбәк вәкилдәрен берләштерҙе. Бигерәк тә фестивалдең башҡорт мифологияһы персонажы исеме менән аталыуы ҡыуаныслы, ти Ғафури районында йәшәүселәр.

Рәмзиә Юлмөхәмәтова, "Красноусол" шифаханаһы директоры урынбаҫары: “Красноусолың шифалы шишмәләре биләмәһендә Самрау исемле матурлыҡ объектә бар. Һәм һауала осоу фестивале исеме Самрау булыуы бигерәк тә ҡыуаныслы. Ул бит ул һауа ҡоштар батшалығы. башҡорт мифологияһы геройы”.

Юлға әҙерлек тамам. Спортсыларға йылы әйберҙәр менән ҡоралланғандан һуң, һауаға күтәрелергә генә ҡалды. Ғафури ерлегенән күтәрелгән һауа шарҙары Әбйәлил районына юлланды. Улар "Яҡтыкүл" курортына тиклем сәғәтенә 60 километр тиҙлектә осасаҡ. Әгәр ҙә һауа торошо ыңғай булғанда юл 6 сәғәтте тәшкил итәсәк.

Республика биләмәһе буйлап осҡан һауа шарҙары сәйәхәтен халыҡ интернет селтәре аша ла күҙәтә алды. Сара ҡатнашыусылары ҡош бейеклегенән тура эфирға сыҡты. Улар һауа торошо, ниндәй биләмә аша үтеүҙәрен, ғөмүмән республиканың хозур тәбиғәте тураһында һөйләп, күрһәтеп барҙы. Фестиваль артабан Әбйәлил районында дауам итә.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башҡортостанда һауа шарҙары фестивале үтә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Когда отремонтирую ваш подъезд