Башҡортостанда интернеттағы ялған яңылыҡтар менән көрәш төркөмөн төҙөйәсәктәр

Башҡортостанда интернеттағы ялған яңылыҡтар менән көрәш төркөмөн төҙөйәсәктәр https://bash.news/news/88619_bashortostanda_internettay_yalan_yaylytar_menn_krsh_trkmn_tjsktr/?lang=bash
23 ғин 2019, 23:15

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы киләсәге Роскомнадзор етәксеһе Александр Жаров менән Радий Хәбировтың орашыуында өйрәнелде. Һүҙ һанлы форматҡа күскәндән һуң барлыҡҡа киләсәк технология мәсьәләләре тураһында барҙы.

Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе әйтеүенсә, төбәк телеканалдары өсөн һанлы киләсәк мөмкинлектәре эҙләү әүҙем бара һәм мәсьәләнән сығыу юлы һис шикһеҙ табыласаҡ. Башҡортостанда кабель селтәре үҫешкән һәм милли каналды ҡарау мөмкинлеге юғалмаясаҡ. Александр Жаров төбәктең һанлы форматҡа күсеү әҙерлеген дә юғары баһаланы.

Александр Жаров, Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе: «Башкирия входит в пятерку самых кабелизированных республик, в которых распространение кабеля очень высоко. Понятно, что это касается крупных средних городов, поэтому можно сказать что в Уфе, в Стерлитамаке, в других городах республики региональное вещание посредством кабеля доходит до зрителя. У региональных каналов никто частоты не отбирает, поэтому как они вещали в аналоге, так и будут вещать».

Александр Жаров интернет киңлектәрендә хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә лә ҡатнашты. Радий Хәбиров үткәргән ултырышта виртуаль киңлектәрҙә барлыҡҡа килгән ялған яңылыҡтар менән көрәш, балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн эшсе төркөм булдырырға ҡарар ителде.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: «Вопрос оберегания наших детей от невероятно агрессивного информационного мира, который в разных средах, социальных сетях, других видах СМИ присутствует, это наша большая задача, потому что, действительно, Роскомнадзор прикрывает наиболее такие очевидные вещи, но здесь очень много и воспитательной работы. И мне кажется, нужна консультативная работа для наших детей, чтобы они понимали, что это такое».

Автор: Айнур Кәбиров.

Башҡортостанда интернеттағы ялған яңылыҡтар менән көрәш төркөмөн төҙөйәсәктәр

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста