Сибай ҡалаһындағы карьерҙы һыу менән тултырыу яҡынса ҡырҡ көн дауам итәсәк

Сибай ҡалаһындағы карьерҙы һыу менән тултырыу яҡынса ҡырҡ көн дауам итәсәк https://bash.news/news/88620_sibaj_alaynday_karery_yu_menn_tultyryu_yaynsa_yr_kn_dauam_itsk
23 ғин 2019, 23:17

Ә карьерҙы өлөшләтә һыу менән тултырыуға әҙерлек эштәре ун көн дауам итеүе ихтимал. Ошо ваҡыт эсендә тау-байыҡтырыу комбинатының шахталағы ҡорамалдары өҫкә сығарыласаҡ. Был турала бөгөн ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов халыҡ менән осрашыуҙа белдерҙе.

Карьерға һыу ағыҙыу эштәре иһә яҡынса ҡырҡ көн дауам итәсәк. Бынан тыш, Өфөнән килгән табиптарҙың медицина учреждениеһында 1 мартҡа тиклем ҡабул итеүҙәр ойошторасағы билдәләнде. Осрашыу барышында граждандар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға ла яуап алды.

Әйкәндәй, көн дауамында төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡарамағындағы уҡытыу-методика үҙәге белгестәре мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә бәйле инструктаждар ҙа уҙғарҙы.

Миңлеәхмәт Исмәғилев, Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡарамағындағы уҡытыу-методика үҙәге директоры урынбаҫары: “Уҡытыу-методика үҙәне инструктаждарҙы мәктәптәр һәм балалар баҡсаларында карьерға бәйле мәсьәлә буйынса. Халыҡ ҡыҙыҡһына, уларҙың һорауҙарына яуап биреп дәрестәр уҙғарҙыҡ”.

Әлфиә Ибраһимова, Сибай ҡалаһында йәшәүсе: "Атайсал", "Сибайский рабочий" гәзиттәренән дә беҙ белеп торабыҙ, көн дә интернет селтәре аша бар мәғлүмәтте күҙәтәбеҙ. Һуңғы ваҡытта ҡабул ителгән ҡарарҙар килеп сығыр, карьерҙы һыу менән тултырыуҙары дөрөҫтөр тип ышанабыҙ. Беҙ тынысланырбыҙ, инде матур итеп йәшәп китербеҙ тип көтәбеҙ”.

Сибайҙа күсмә экологик лабораториялар эшләй. Һауа миҡдары хаҡында мәғлүмәт ике сәғәт һайын яңыртылып тора. Атмосферала зарарлы матдәләр кимәле карьер янындағы биләмәлә генә норманан юғарыраҡ, "ҡала үҙәгендә хәл тотороҡло һаҡлана, хәүефләнергә урын юҡ," ти белгестәр.

Ғаян Сәфиуллин, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Сибай территориаль комитеты әйҙәүсе белгесе: “Иртәнге сәғәт туғыҙҙан ун икегә тиклем тикшеренеүҙәр ойошторолдо. 8 март урамында көкөрт диоксиды кимәле норманан 11 тапҡырға артыҡ булды. Шулай уҡ Нуриманов һәм Сарбаев урамдарында ла күрһәткес 6 һәм 3 тапҡырға юғары”.

Бөгөндән Сибайҙың 1-се мәктәбе һәм 9-сы лицейында киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар күп булыу сәбәпле, бер нисә синыфта дәрестәр кисектерелә, башҡа мәғариф учреждениелары штат режимында эшләй. Ҡала хакимиәтенең мәғарф бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә карантин иғлан итеү планлаштырылмай.

Сибай ҡалаһындағы карьерҙы һыу менән тултырыу яҡынса ҡырҡ көн дауам итәсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество