Баш ҡаланың «Ҡарағайҙар» торлаҡ комплексы йортоноң береһендә елләтеү системаһы аша фатирҙарға газ еҫе ингән

Баш ҡаланың «Ҡарағайҙар» торлаҡ комплексы йортоноң береһендә елләтеү системаһы аша фатирҙарға газ еҫе ингән https://bash.news/news/88621_bash_alany_araajar_torla_kompleksy_jortono_bereend_ellte_sistemay_asha_fatirara_gaz_ee_ingn

Ҡарағайҙар һөрөмдә. Әммә ағастар түгел, ә торлаҡ комплексы. Бөгөн Өфө эргәһендәге "Ҡарағайҙар" торлаҡ комплексында урынлашҡан йорттарҙың береһенә газ биреү туҡтатылды. Сәбәп – урындағы халыҡтың зәңгәр яғыулыҡ еҫе сығыуына зарланып, хеҙмәтләндереү ойошмаһына шылтыратыуы. Белгестәр тикшергәндән һуң, газ селтәрендә етешһеҙлектәр табылмаған, ә бына елләтеү системаһы дөрөҫ эшләмәүгә бәйле фатирҙарға һөрөм газы үтеп инеүе асыҡланған.

Рәйсә Хәмәҙиева газ ҡоролмаһын даими күҙәтеүҙә тота. Ханым күп фатирлы йортта йәшәһә лә, торлаҡ шәхси ҡаҙанлыҡ менән йылытыла. Уға зәңгәр яғыулыҡ биреү туҡтатылғас өйҙә һалҡынсараҡ, сәй менән йылынырға тура килә.

Рәйсә Хәмәҙиева, "Ҡарағайҙар" торлаҡ комплексында йәшәүсе: “Котелыбыҙ һүнә лә ҡуя. Дисплейында утечка газа тип күрһәтә. Өйҙә елләтеү системаһы дөрөҫ эшләмәй. Сәбәбе билдәле бит инде. Тиҙерәк йүнәтеп йортҡа газ бирергә ине. Әллә нимәгә һуҙалар”.

"Ҡарағайҙар" торлаҡ комплексында йәшәүсе 22 фатир хужаһы Рәйсә Хәмәҙиева хәлендә ҡалған. Улар йәшәгән урын тикшерелгәндән һуң зәңгәр яғыулыҡ селтәрен хәҙмәтләндереүсе ойошма етешһеҙлектәр бөтөрөлгәнсе газ биреүҙе туҡтатып торған. Белгестәр бәләнең елләтеү системаһында булыуын асыҡлаған.

Степан Кузнецов, "Газпром - газ таратыу Өфө" йәмғиәтенең ҡала хеҙмәтләндереү ойошмаһының бүлек етәксеһе: “Газ сығыу осрағы асыҡланмаған. Фатирҙа һөрөм газы үтеп инеүен белгестәр раҫлаған. Шуға ла ҡаҙанлыҡ етешһеҙлектәр бөтөрөлгәнсе газ селтәренән өҙөлгән. 136-сы фатир хужабикәһе һәм уның бәләкәй балалары ағыуланыу ихтималлығы менән ашығыс ярҙам машинаһында дауаханаға оҙатылған”.

Газ хеҙмәтләндереү ойошмаһына зарланып шылтыратҡан фатир хужабикәһе һәм уның бәләкәй ике балаһы әле дауаханала. Табиптар һөрөм газынан ағыуланыу диагнозын раҫламаған. Шулай ҙа уларға ентекле тикшереү үтергә тура киләсәк. Белгестәр һәм махсус хеҙмәттәр бөгөн уларҙың фатирында һауа составын тикшерҙе. Шулай уҡ елләтеү системаһындағы етешһеҙлектәр барланды.

Белгестәр өсөн төп мәсьәлә яңы ғына файҙаланыуға тапшырылған йортта йылытыу системаһы эшмәкәрлеген тәьмин итеү. Киләһе тәүлектәрҙә республикала һауа температураһының кинәп түбәнәйеүен иҫәпкә алып эште тиҙләтергә кәрәк.

Сергей Евстафьев, Өфөнөң Ленин районы буйынса граждандарҙы һаҡлау идаралығы етәксеһе: “Төп маҡсатыбыҙ йорттарға йылы биреүҙе тиҙләтеү. Бында йәшәүсе халыҡҡа әле бер ниндәй ҙә хәүеф янамай. Барлыҡ хеҙмәттәр ҙә йылы биреүҙе тергеҙеүгә үҙ көсөн һала”.

Осраҡ буйынса Өфөнөң Ленин районы прокуратураһы тикшереү башланы. "Ҡарағайҙар" торлаҡ комплексында йәшәүселәрҙең һөрөм газын һулап интегеүендә ғәйепле етәкселәр закон нигеҙендә яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Баш ҡаланың «Ҡарағайҙар» торлаҡ комплексы йортоноң береһендә елләтеү системаһы аша фатирҙарға газ еҫе ингән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа