Ҡытай инвесторҙары Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты ултырышында ҡатнашты

Ҡытай инвесторҙары Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты ултырышында ҡатнашты https://bash.news/news/88622_ytaj_investorary_bashortostandy_transport_m_yul_xuzhalyy_bujynsa_dlt_komitety_ultyryshynda_atnashty
23 ғин 2019, 23:20

Ҡытай инвесторҙарының Өфөлә күпер һалыуҙа ҡатнашыуы ихтимал. Ҡытай халыҡ республикаһы делегацияһы бөгөн Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында булды. Проект буйынса баш ҡалала өс яңы күпер һалыу күҙ уңында тотола.

Черниковка биҫтәһендәге Интернациональ урамды Затон, Михайловка һәм М7 трассаһы менән тоташтырыу ҡарала. Шулай уҡ икенсе объект Дим биҫтәһенән Нижегородкаға, өсөнсөһө Өфө-Ырымбур трассаһынан Кузнецов Затонына алып барасаҡ. Ике аҙна дауамында проекттарҙың техник характеристикаһын төҙөү күҙаллана. Инвесторҙар объекттарҙы өс йылда файҙаланыуға тапшырыуҙы күҙ уңында тота.

Тимур Мөхәмәтйәнов, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе: “Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса беҙ республиканың транспорт һәм юл хужалығы өлкәһенә Рәсәй-Ҡытай инвестиция фондын йәлеп итеү йүнәлешендә эшләйбеҙ. Инвесторҙарҙы күперҙәр һалыуҙан тыш Өфөлә тиҙ йөрөшлө трамвай юлы булдырыу ҡыҙыҡһындыра”.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Ҡытай инвесторҙары Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты ултырышында ҡатнашты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA