Ғашиҡтар көнөндә республикала 53 пар законлы никахҡа инәсәк

Ғашиҡтар көнөндә республикала 53 пар законлы никахҡа инәсәк https://bash.news/news/88629_ashitar_knnd_respublikala_53_par_zakonly_nikaxa_insk
24 ғин 2019, 10:28

Башҡортостанда Ғашиҡтар көнөндә,14 февралдә, 53 пар законлы никахҡа инә. Был хаҡта республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә. 2019 йылда байрам кесе йомаға тура килә.

Ғашиҡтар көнөндә республикала 53 пар законлы никахҡа инәсәк
Ғашиҡтар көнөндә республикала 53 пар законлы никахҡа инәсәк

ЗАГС хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, өс аҙна дауамында өйләнешергә теләүселәрҙең һаны артасаҡ. Белгестәр һүҙҙәренсә, республика халҡы күпләп Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә (8 июлдә) лә никахҡа инергә теләк белдерә.

Ағымдағы йылдың 19 ғинуарына Башҡортостанда 193 пар никахҡа инә. Быйыл матур дата шәмбегә тура килә. Был көндө башҡалала- 81, Нефтекамала - 15 , Октябрьскиҙа- 10 пар сәстәрен сәскә бәйләй.

Спутник FM
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество