Сатлама һыуыҡтар осоронда, мәктәптәрҙә белем биреү туҡтатыла

Сатлама һыуыҡтар осоронда, мәктәптәрҙә белем биреү туҡтатыла https://bash.news/news/88632_satlama_yuytar_osoronda_mktptr_belem_bire_tutatyla
24 ғин 2019, 10:55

Көндәрҙең ҡырҡа һыуытыуы сәбәпле, күп кенә мәктәптәрҙә белем биреү туҡтатыла. Билдәләргә кәрәк, бындай ҡарарҙы һәр муниципаль берәмек үҙ аллы ҡабул итә. Һуңғы ҡарар мәктәп һәм ата-әсәләр ризалығынан тора.

Сатлама һыуыҡтар осоронда, мәктәптәрҙә белем биреү туҡтатыла
Сатлама һыуыҡтар осоронда, мәктәптәрҙә белем биреү туҡтатыла

Тик балалар дәрескә килгән осраҡта, уларҙың иҫәбенә ҡарамайынса, мәктәптә уҡыу процесы ойошторолорға тейеш. Бынан тыш, уҡыу бүлмәләрендә һауа температураһын контролдә тотоу мөһим. Сатлама һыуыҡтарҙа физкультура дәресен саф һауала үткәреү кәңәш ителмәй.Тышта түбәндәге һауа температураһы булған осраҡта, мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин:

1-4 кластар:

Һауа температураһы -25 градусҡа тиклем түбәнәйһә һәм елдең тиҙлеге секундына 4 метрҙан ашһа, -28 градусҡа тиклем түбәнәйһә

5-9 кластар:

Һауа температураһы -28 градусҡа тиклем түбәнәйһә һәм елдең тиҙлеге секундына 4 метрҙан ашһа, -30 градусҡа тиклем түбәнәйһә

10-11 кластар:

Һауа температураһы -30 градусҡа тиклем түбәнәйһә һәм елдең тиҙлеге секундына 4 метрҙан ашһа, -32 градусҡа тиклем түбәнәйһә.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество
Когда отремонтирую ваш подъезд