Төбәктә көндәр һыуыта

Төбәктә көндәр һыуыта https://bash.news/news/88648_tbkt_kndr_yuyta/?lang=bash
24 ғин 2019, 14:17

Башҡортостанда иртәгә, 25 ғинуарҙа, 29 градус һыуыҡ булыуы көтөлә. Урыны менән ҡар яуыуы, буран сығыуы ихтимал. Был хаҡта Башгидрометүҙәк хәбәр итә.

Төбәктә көндәр һыуыта
Төбәктә көндәр һыуыта

Юлдарға көрт һалыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, талғын, ваҡыты менән көсәйеүсән. Һауа температураһы 21 градус һалҡын, урыны менән -29° етәсәк. Көндөҙ 14 градус һалҡын.

Алдағы ике көндә һыуыҡ көндәр көтөлә, урыны менән еңелсә ҡар яуасаҡ.

Башгидрометүҙәк

Спутник FM
Новости партнеров
Афиши территория роста