Башҡортостанда яман шеш ауырыуын иртә стадияла асыҡлаған табиптарға премия биреләсәк

Башҡортостанда яман шеш ауырыуын иртә стадияла асыҡлаған табиптарға премия биреләсәк https://bash.news/news/88670_bashortostanda_yaman_shesh_auyryuyn_irt_stadiyala_asylaan_tabiptara_premiya_birelsk
24 ғин 2019, 21:26

Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина хеҙмәткәрҙәрен дәртләндереү механизмын уйларға ҡушты. Видеоселектор форматында үткән "Сәләмәтлек сәғәте"ндә иң тәүҙә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин сығыш яһаны. Әлеге ваҡытта ул эш сәфәре менән Сибай ҡалаһында. Уның белдереүенсә, экологик хәлгә бәйле халыҡты ҡабул итеүҙә ҡатмарлыҡтар теркәлмәгән.

Көсөргәнешле режимда эшләүсе табиптар төркөмө барлығы өс меңгә яҡын кешене тикшереп өлгөргән. Дарыуҙар һәм тейешле препараттар менән дә өҙөклөктәр күҙәтелмәй. Осрашыуҙа шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылышлы граждандар мөрәжәғәттәре менән эшсе төркөм етәксеһе Елена Прочаковская таныштырҙы. Уҙған аҙнала халыҡтан барлығы 158 мөрәжәғәт ҡабул ителгән.

Уларҙың күбеһе Сибайҙағы экологик хәлгә бәйле. Атап әйткәндә, медицина ярҙамы, Башҡортостан һәм Ҡырым шифаханаларына юлламалар бүлеү, мәктәптәрҙә карантин иғлан итеү. Борай районынан мөрәжәғәт итеүселәрҙең береһе спирт һатыусыларға ҡаршы көрәшергә саҡырған. Әле төбәктә йәшел йылан менән сауҙа итеүселәр әүҙемләшкән.

"Сәләмәтлек сәғәте"ндә аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙе балалар аҙығы менән тәьмин итеү мәсьәләһе һәм Салауат ҡалаһындағы перинаталь үҙәк яҙмышы ла күтәрелде. Республика етәксеһе белдереүенсә, бынан ары бала табыу йорттары шәхси ҡулдарға тапшырылмаясаҡ. Һуңғы тәжрибә үҙен аҡлай алмай, тине Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Я могу ошибаться, но имею право принимать такое решение, что концесионное соглашение в отношении роддомов, перинатальных учреждений в республике больше не предпринимались. Все главы муниципалитетов меня слышат. Мы это больше не позволим. Достаточно того, что первый опыт не получился. А по Салавату, давайте вместе выходить из ситуации, но по умному, без эмоций”.

Автор: Илдар Байбулатов.

Башҡортостанда яман шеш ауырыуын иртә стадияла асыҡлаған табиптарға премия биреләсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд