Екатеринбург ҡалаһы белгестәре Сибай карьерын өлөшләтә һыу менән тултырыу проектын әҙерләй

Екатеринбург ҡалаһы белгестәре Сибай карьерын өлөшләтә һыу менән тултырыу проектын әҙерләй https://bash.news/news/88671_ekaterinburg_alay_belgestre_sibaj_kareryn_lshlt_yu_menn_tultyryu_proektyn_erlj
24 ғин 2019, 21:26

Документация эше бер айға һуҙылыуы ихтимал. Әлегә Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының урындағы филиалы тарафынан процесты тиҙләтеү буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла. Шулай уҡ мәғдәндең окисләнеү процесын туҡтатыуға бәйле, башҡа һөҙөмтәле саралар күрелә. Сибайҙар ҡасан еңел тын алыр?

Ташландыҡ баҡыр ятҡылығы тирәләй ҡеүәтле техника тауышы бер секундҡа ла тынмай, хәүефле участкаға тәүлек әйләнәһенә ун мең кубометр ҡомло балсыҡ ауҙарыла. Дөйөм алғанда, был күрһәткес йөҙ мең тоннанан ашҡан. Бынан тыш, карьер төбөнә билдәле бер ваҡытта һелтеле һыу ҡойола. Сибайҙағы экологик хәлде яҡшыртыуға Учалынан да эшсе, техник көстәр йәлеп ителә.

Рәил Солтанов, водитель: “Килдек Учалынан, ике өлкән Белаз, көнө-төнө эшләйбеҙ. Ялһыҙ. Эш шарттары һәйбәт. Көнөнә утыҙ-ҡырҡ рейс алабыҙ”.

Әлегә карьерҙың көньяҡ өлөшөндә генә ҡомло балсыҡ аҫҡа этеп төшөрөлә, тиҙҙән ҡапма ҡаршы яҡта ла ошондай уҡ эштәр алып барыласаҡ. Ҡеүәтле техника күләмен арттырыу планлаштырыла. Был мәғдәндең окисләнеү процестарын тиҙерәк туҡтатырға ярҙам итәсәк.

Карьер төбөндә йыйылған газдың өҫкә сығыу проблемаһын бөтөнләйгә хәл итеү юлы ла билдәләнгән. Еүеш консервация проектына ярашлы, хәүефле участканы өлөшләтә һыу менән тултырыу ниәтләнә. Был ҡарар илдәге төрлө институт ғалимдары тарафынан да һөҙөмтәле сара тип танылған. Әлегә урында һыу ағыҙыуға әҙерлек эштәре башланған, карьерҙан электр ҡорамалдары, кабелдәр, техник саралар сығарыла.

Ринат Әхмәров, Учалы тау- байыҡтырыу комбинаты Сибай ҡалаһы филиалының бүлек етәксеһе: “Учалы тау- байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы тарафынан Екатеринбургтағы “Уралмехонобр” институты менән берлектә ҙур эш башланды. Уның ҡарары буйынса карьер һыу менән тултырыласаҡ. Был иң дөрөҫ сара тип табылды. Проект әҙер булғас, эшкә тотонасаҡбыҙ”.

Шахталарға зыян килтерелмәһен өсөн бетон барьерҙар ҙа ҡуйыласаҡ, шулай ҙа баҡыр етештереүсәнлек яҡынса утыҙ процентҡа кәмеүе ихтимал. Иң мөһиме проект буйынса эш тулыһынса башҡарылһа һауа атмосфераһында зарарлы матдәләрҙең бүленеүе туҡтаясаҡ. Әйткәндәй, бөгөн көндөҙ Нуриманов урамында көкөрт диоксиды миҡдары норманан яҡынса өс тапҡырға күберәк булыуы билдәләнә, ҡала эсендә иһә һауа таҙа. Быны экологик контроль лаборатория тикшеренеүҙәре лә дәлилләй. Сибайға, карьерға яҡын биләмәләрҙә йәшәүселәр ҙә киҫкен еҫтең кәмеүен, хатта, һиҙелмәүен билдәләне.

Елләтеү ҡоролмаларын ҡороу ҙа экологик хәлде яҡшыртыр тип көтөлә. Иң мөһиме, халыҡтың сәләмәтлеге. Киҫкен мәсьәләне хәл итеүгә барлыҡ көстәр йүнәлтелгән, Сибайҙа йәшәүселәр менән көн һайын тиерлек район хакимиәте, төрлө министрлыҡ-ведомство етәкселеге осрашыуҙар ҙа ойоштора

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Екатеринбург ҡалаһы белгестәре Сибай карьерын өлөшләтә һыу менән тултырыу проектын әҙерләй

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA