Иглин районында янғында бер ҡатын ике балаһы менән һәләк булды

Иглин районында янғында бер ҡатын ике балаһы менән һәләк булды https://bash.news/news/88672_iglin_rajonynda_s_keshe_yanynda_lk_bulan
24 ғин 2019, 21:27

Фажиғә Октябрьский ауылында теркәлә. Янғын һүндереүселәр утты туҡтатҡан ваҡытта 38 йәшлек ҡатындың, 6 һәм 2 йәштәге балаларҙың кәүҙәһен таба. Октябрьский ауылындағы янғын бөгөн иртәнге ундар тирәһендә сыға.

Күршеләре әйтеүенсә, ҡатын бер сәғәт алда ғына электр иҫәпләү ҡоролмаһынан еҫ сығыуға зарлана. Күрәһең, ул ауыл буйлап электрикты эҙләп сыға, янғын тап ошо мәлдә башлана ла инде. Өйҙө ут ялмауын күреп ҡатын өйгә ҡарай йүгерә, балаларын ҡотҡарыу өсөн тәҙрәләрҙе ватып эскә инә. Әммә береһе лә кире сығып өлгөрмәй. Ғаилә ишле, улар дүрт ҡыҙ тәрбиәләй, өлкәндәре Өфөлә атаһы менән Өфөлә йәшәй, ә уртансылары мәктәптә булып ҡала.

Анастасия Сәлимова, Таутөмән хакимиәте хеҙмәткәре: “Был ғаиләне тик яҡшы яҡтан ғына ҡылыҡһырлай алам, әсәләре балаларын яңғыҙы ғына тәрбиәләй ине, әлеге ваҡытта эшләмәй ине, әммә эсеп йөрөмәне, ҡыҙҙарын бик матур ҡараны”.

Утты һүндереүгә 8 берәмек техника йәлеп ителә, табиптар һәм полиция бригадаһы эшләй. Әммә янғын һүндереүселәр килгәндә өй тулыһынса ут менән ялманған була. Ҡыҙыл әтәс менән көрәш ике сәғәт буйы дауам итә. Әле фажиғә урында оператив төркөм тикшереү эштәре алып бара. Был йыл башынан Башҡортостанда теркәләгән 394-се янғын, утта барыһы 33 кешенең ғүмере ҡыйылған.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Иглин районында янғында бер ҡатын ике балаһы менән һәләк булды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна