Яңы йыл байрамдарында 112 системаһына 67 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән

Яңы йыл байрамдарында 112 системаһына 67 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән https://bash.news/news/88673_yay_jyl_bajramdarynda_112_sistemayna_67_medn_ashyu_keshe_mrzht_itkn
24 ғин 2019, 21:28

Халыҡ башлыса ашығыс ярҙам саҡыртыуҙы һорап мөрәжәғәт иткән. Икенсе урында полиция, һуңынан газ хеҙмәте һәм янғын һүндереүселәргә ҡағылышлы шылтыратыуҙар. Ашығыс хеҙмәттәрҙе берләштереүсе система күптән түгел генә тулы ҡеүәтенә эш башланы. Быға тиклем ул республикала тәжрибә рәүешендә эшләп килде.

Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, мөрәжәғәттәрҙең 47 проценттан ашыуының ялған булыуы асыҡланған. Тағы ла 12 проценты белешмә өсөн генә. Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы бөгөн үткән йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Ведомство етәксеһе Марат Латипов әйтеүенсә, ҡотҡарыусылар үҙ эшен лайыҡлы башҡарҙы.

Республикала ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү, халыҡ именлеген тәьмин итеү, янғындар, ҙур һыу менән көрәш буйынса етди эштәр башҡарылған. 112 системаһының тулы ҡеүәтенә эш башлауы ла хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн киң мөмкинлектәр аса.

Рәфис Мөхәмәтйәнов, "Хәүефһеҙ төбәк" дәүләт учреждениеһы етәксеһе: “Беҙ инглиз, немец, испан, француз, ҡытай телендә диалог ҡора алабыҙ. Ҡайһы ерҙән шылтыратыу килеүен карта аша күрәбеҙ”.

Автор: Айнур Кәбиров.

Яңы йыл байрамдарында 112 системаһына 67 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Когда отремонтирую ваш подъезд