Краснокама районы Яңы Ҡабан ауылында 13 саҡрымға һуҙылған һыу системаһы файҙаланыуға тапшырылды

Краснокама районы Яңы Ҡабан ауылында 13 саҡрымға һуҙылған һыу системаһы файҙаланыуға тапшырылды https://bash.news/news/88674_krasnokama_rajony_yay_aban_auylynda_13_saryma_uylan_yu_sistemay_fajalanyua_tapshyryldy

Урындағы халыҡ был ваҡиғаны көтөп алды, әлеге көндә 300-ҙән ашыу йортҡа һыу үҙәк системанан килә башланы. Хәҙер сәй ҡайнатыр һәм көндәлек мәшәҡәттәрҙә тотонор өсөн һыуҙы алыҫтан ташыйһы түгел, тип уртаҡлаша ауылда йәшәүселәр.

Эрина Яҡупова, Яңы Ҡабан ауылында йәшәүсе: “Быға тиклем ҡоҙоҡ һыуын эстек, әммә ул һыу түбән сифатлы. Аш-һыуға ҡулланыр өсөн ике тапҡыр ҡайнатырға кәрәк, кер йыуыу машинаһы насар һыуҙан йыш ватыла.. Әле үҙәк һыу системаһы көйләнде - ҡыуанысыбыҙҙың сиге юҡ”.

Һыу системаһын йүнәтеү 2017 йылдың сентябрендә үк башланған. Әммә торбаларҙы алмаштырғанда тотҡарлыҡтар булып эш бер нисә айға оҙаҡҡараҡ һуҙылған. Төҙөлөш ойошмаһы ла алмашынған. Проектты "Ағиҙел" компанияһы ғәмәлгә ашыра. "Ауыл биләмәләрен үҫтереү " программаһы сиктәрендә үҙәк һыу системаһын үткәрергә 13 млн һум аҡса талап ителгән.

Илшат Бәшәров, Яңы Ҡабан ауыл хакимиәте башлығы: “Ауыл халҡына түҙемлеге, сабырлығы өсөн рәхмәт әйткем килә, сөнки был күләмле эште башҡарып сығыр өсөн оҙаҡ ваҡыт талап ителде. 2019 йыл бик яҡшы хәбәрҙәрҙән башлана - һыу килгәнен күп йорттар 2012 йылдан уҡ көтөп алды”.

Автор: Флорида Ким.

Краснокама районы Яңы Ҡабан ауылында 13 саҡрымға һуҙылған һыу системаһы файҙаланыуға тапшырылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров