Күмертау ҡалаһы халҡына торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн ғәҙәттәгенән юғарыраҡ хаҡтар килгән

Күмертау ҡалаһы халҡына торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн ғәҙәттәгенән юғарыраҡ хаҡтар килгән https://bash.news/news/88675_kmertau_alay_xalyna_torlakommunal_xemt_sn_ttgenn_yuaryra_xatar_kilgn

Ғинуарҙа алынған квитанциялар Күмертау халҡын аптырауға һала. Фатир хужаларына йылылыҡ өсөн ғәҙәттәгенән юғарыраҡ хаҡтар килә. Халыҡ әйтеүенсә, өҫтәлгән хаҡ бөтәһенә лә бер иш түгел, ҡайһы бер йорттарҙа йәшәүселәргә 200 һумға күберәк, икенселәренә 6 мең һумға тиклем барып баҫа. Берәүҙәр был сумманы түләп өлгөргән, икенселәре хаҡ менән риза түгел.

Хаҡҡолой Мөхәмәтйәнов, Күмертауҙа йәшәүсе: “Ике бүлмәле фатир, беҙгә алты меңгә артығыраҡ итеп түләргә килде, тик йылылыҡ өсөн, ҡайтанан иҫәпләгәндәр, беҙҙең түләгәнде лә түләргә, өҫтәп тә түләргә”.

Белгестәр әйтеүенсә, бер ниндәй ҙә закон боҙоу йәки хата юҡ. 354-се күрһәтмәгә ярашлы, йыл башында бер тапҡыр яңынан иҫәпләү үткәрелә. Һәр йортта ҡоролма тора, ул тотонолған йылылыҡ буйынса аныҡ һандарҙы күрһәтә, хужалар күпме ҡулланған шунса түләй.

Әле Күмертауҙа махсус эшсе төркөм төҙөлгән, тикшереүгә йорт комитеттары, хакимиәт вәкилдәре, депутаттар, әүҙем йәмәғәтселәр йәлеп ителгән. Һәммәһе йөҙгә яҡын йорт тикшерелгән, йылылыҡ селтәрендәге етешһеҙлек бер генә йортта асыҡланған, унда яңы иҫәпләү ҡоролмаһы урынлаштырылған. Белгестәр әйтеүенсә, халыҡҡа йылылыҡ буйынса бурысты ҡапларға тура киләсәк, әммә сумманың күплеген иҫәпкә алып фатир хужаларына бүлеп түләргә лә рөхсәт ителгән.

Борис Беляев, Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы: “Мин махсус комиссия ойоштороу бурысын ҡуйҙым, мәсьәлә бик етди. Халыҡтың әүҙемерәк булыуын теләр инем, идарасы компанияларға барып тикшертеү, тотонолған йылылыҡты ҡайтанан иҫәпләү барышында ҡатнашыу мөһим. Һәр бер фатир айырым ҡараласаҡ”.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Күмертау ҡалаһы халҡына торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн ғәҙәттәгенән юғарыраҡ хаҡтар килгән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа