Башҡортостанда ҡаты һыуыҡтар ваҡытында дәрестәрҙе кисектереү тураһындағы ҡарарҙы һәр мәктәп үҙаллы ҡабул итә

Башҡортостанда ҡаты һыуыҡтар ваҡытында дәрестәрҙе кисектереү тураһындағы ҡарарҙы һәр мәктәп үҙаллы ҡабул итә https://bash.news/news/88676_bashortostanda_aty_yuytar_vaytynda_drestre_kisektere_turaynday_arary_r_mktp_ally_abul_it
24 ғин 2019, 21:33

Был турала республиканың Мәғариф министрлығынан хәбәр итә. Шул уҡ ваҡытта, ниндәй генә һауа температураһы булыуға ҡарамаҫтан, белем усаҡтары мәктәпкә килгән балалар өсөн уҡытыу процесын ойошторорға бурыслы.

Санитар нормаларға ярашлы, элек 1-4-се синыф уҡыусыларына һауа температураһы ауыл ерендә 23, ҡалала 25 градустан түбәнәйгәндә дәрескә килмәҫкә мөмкин ине. Ә 5- 9-сы синыфтағылар өсөн был ҡарар ауыл ерендә 25, ҡалала 27 градустан һыуығыраҡ булғанда ғәмәлдә ҡала. Өлкән синыфтарға ауылдарҙа 30, ҡалала 32 градус сатлама булғанда мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин.

Башҡортостанда ҡаты һыуыҡтар ваҡытында дәрестәрҙе кисектереү тураһындағы ҡарарҙы һәр мәктәп үҙаллы ҡабул итә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир