Беренсе синыфҡа ғаризаны интернет аша бирергә мөмкин

Беренсе синыфҡа ғаризаны интернет аша бирергә мөмкин https://bash.news/news/88677_berense_sinyfa_arizany_internet_asha_birerg_mmkin
24 ғин 2019, 21:34

Беренсе синыфҡа электрон ғариза биреп, сиратты күҙәтеп барырға мөмкин. Башҡортостан мәғариф министрлығы белгестәре әйтеүенсә, быйыл балалары тәүгә мәктәпкә барған ата-әсәләр ғаризаны өйҙән интернет аша ла бирә ала.

Беренсе синыфҡа ғариза биреүҙең билдәләнгән ваҡыты бар, ул ике этапҡа бүленә. 1 февралдән 31 июнгә тиклем үҙҙәре йәшәгән адрес буйынса, йәғни йорт беркетелгән биләмәләге белем усағына ғариза тапшырырға мөмкин. Ә бына башҡа мәктәпте һайлаған ата-әсәләрҙән мөрәжәғәттәр 1 июлдән 5 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Быйылдан ғаризаларҙы яҙма рәүештә генә түгел, электрон форматта ла бирергә була. Уны дәүләт хеҙмәттәре порталында тултырырға мөмкин.

Жанна Миңлекәйева, Башҡортостан мәғариф министрлығының бүлек етәксеһе: “Ғариза биреүҙең электрон форматы ата-әсәләр өсөн бик уңайлы. Теркәлгән һәр кешегә номер бирелә, уның буйынса үҙ сиратыңды ҡарап, күҙәтеп барырға мөмкин. Мәктәпкә шылтыратып, йә барып белешеүҙең кәрәге юҡ”.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Беренсе синыфҡа ғаризаны интернет аша бирергә мөмкин

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна