Лениград ҡалаһын блокадан азат итеүгә быйыл 75 йыл. Байрам сараларына ҡамауҙа булған Башҡортостан вәкилдәре лә саҡырылған

Лениград ҡалаһын блокадан азат итеүгә быйыл 75 йыл. Байрам сараларына ҡамауҙа булған Башҡортостан вәкилдәре лә саҡырылған https://bash.news/news/88678_lenigrad_alayn_blokadan_azat_iteg_byjyl_75_jyl_bajram_saralaryna_amaua_bulan_bashortostan_vkildre_l_sayrylan
24 ғин 2019, 21:35

Мәңгелек хәтер. 27 ғинуарҙа бөтә илдә Лениград ҡалаһын блокадан азат итеү көнө билдәләнә. Быйыл иҫтәлекле датаға 75 йыл. Ошо йәһәттән Санкт-Петербургта күләмле байрам саралары ойошторола. Төньяҡ баш ҡалаға төрлө төбәктәрҙән ҡамауҙа булған кешеләр саҡырылған. Был исемлектә - Башҡортостан вәкилдәре лә бар.

Илйыһан Йосопова тулҡынланып оҙон юлға сумаҙанын йыя. Ғүмере буйы Өфөлә йәшәгән ханым сығышы менән Ленинград ҡалаһынан. Әммә 800 көн аяныслы блокаданы үткәргәндән һуң Илйыһан Мостаҡ ҡыҙы ғаиләһе менән Өфөгә килә һәм бөтөнләйгә Башҡортостанда ҡала. Тыуған ҡалаһында күптән булмаған Илйыһан Йосопова ла Санкт-Петербургта үткәреләсәк юбилей тантанаһына саҡырылған

Илйыһан Йосопова, Ленинград блокадаһын үтеүсе: “Атайым оборонала булған һәм әсәйемде саҡырып, һин Нурйән Башҡортостанға кит. Унда минең атайым, колхоз бар. Нисек тә астан үлмәҫһегеҙ, Һуғыш ҡасан бөтәсәге - билдәһеҙ, тип өгөтләй. Был хәл 44-cе йылда булған”.

Әлбиттә, блокада осорон Илйыһан Йосопова насар хәтерләй, ғаилә Өфөгә килеп һыйынғанда уға 3 йәш ярым ғына була. Һуғыш бөтөп өйҙә аҙыҡ-түлек күренә башлағанын, ул ваҡыттағыбәләкәй ҡыҙ яҡшы хәтерләй.

Илйыһан Йосопова, Ленинград блокадаһын үтеүсе: “Әсәйем тары ярмаһы табып бутҡа бешергән, мин шунда уҡ шатланып бөтә күршеләргә "ә беҙҙә бутҡа ла, аш та" бар тип маҡтанып йөрөгәнмен. Әсәй минең өсөн генә ярма табып бешергәнен кем аңлаһын инде”.

Аяуһыҙ Ленинград блокадаһында меңәрләп кеше ғүмерҙәре өҙөлә - Илйыһан ханым был һынауҙарҙы үтергә тура килеүен осраҡлы тип һанамай. Юҡҡа ғына ул 9 майҙа тыумағандыр. Еңеү ҡыҙы - көслө рухлы. Атаһы Дүртөйлө районынан, әсәһе - Һамарҙан. Әйткәндәй, һөйөклө балаһына улар Гөлйыһан тип исем ҡушҡан, әммә тыуыу тураһында таныҡлыҡты тултырғанда рус ҡатыны ундай исем булмай тип - Илдиган тип яҙып ҡуя. Балалары, ейәндәре өсөн дә ул Илдиган.

Евгений Шпортько, Илйыһан Йосопованың ейәне: “Питерға беренсе тапҡыр барабыҙ. Өләсәйҙе туған ҡалаһына алып барырға күптән ниәт бар ине, әммә мөмкинлек кенә булманы”.

Екатерина Шпортько, Илйыһан Йосопованың килене: “Беҙҙең өләсәй өсөн был тантаналы көндө Петербургта ҡаршы алыу ҙур бүләк буласаҡ”.

Йәштәрҙең өләсәһе заман менән бергә атларға тырыша - шуға ла ейәндәренән артта ҡалмай. Блокада һынауҙарын кисергәндәрҙең һәр береһен ошо көндәрҙә ҡала етәкселеге тәбрикләй. Уларға ил президенты Владимир Путиндың ҡотлау хаты, бүләктәр тапшырыла.

Алина Сөләймәнова, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары: “Ҡурҡыныс блокаданы үткән яҡташтарыбыҙ тураһында мәғлүмәтте туплағас - байрмаға Илйыһанан Мостаҡ ҡыҙын ебәрергә булдыҡ. Исемлек буйынса ул иң йәше килеп сыға, ғаиләһе лә оҙатып йөрөргә, ярҙам итергә әҙер. Өфөлә әле Ленинград блокадаһын үтеүсе 72 кеше йәшәй, уларҙың һәр береһен ҡотлап сығасаҡбыҙ”.

Алыҫ араларҙы яҡынайтып, Илйыһан Мостаҡ ҡыҙы онотолмаҫ хәтер булып һаҡланған төньяҡ баш ҡалаға юллана. Петербургта йыйыласаҡ башҡа блокада тотҡондары - бер-береһенә сит кешеләр түгел, ти ул.

Өс бала үҫтереп тормошта бар маҡсаттарына ирешкән көслө рухлы ханымдың бер генә үкенесе бар - ошо бәхетле көндө Ленинград блокадаһын тулыһынса татыған ата-әсәһе генә күрә алмай.

Автор: Флорида Ким.

Лениград ҡалаһын блокадан азат итеүгә быйыл 75 йыл. Байрам сараларына ҡамауҙа булған Башҡортостан вәкилдәре лә саҡырылған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд