Сибай филармонияһын Мәскәүҙең «Равелин» йәмғиәте төҙөкләндерәсәк

Сибай филармонияһын Мәскәүҙең «Равелин» йәмғиәте төҙөкләндерәсәк https://bash.news/news/88679_sibaj_filarmoniyayn_mske_ravelin_jmite_tklndersk
24 ғин 2019, 21:36

Ул аукционда ҡатнашыусы берҙән-бер компания булған. Эштәрҙе башҡарыу өсөн республика бюджетынан 368 миллион һум аҡса бүленәсәк. Конкурс материалдары буйынса, мәҙәни усаҡ 2020 йыл аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.

Ҡаланың йөҙөк ҡашына әүерелгән архитектура ҡомартҡыһы ваҡытында ампир стилендә төҙөлә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2015 йылда Сибай филармонияһында көслө янғын сыҡты. Ут бинаның икенсе һәм өсөнсө ҡаттарына, шулай уҡ ҡыйыҡтың төп өлөшөнә зыян килтерҙе. Уны һүндереүгә ете берәмек техника һәм ике тиҫтәнән ашыу хеҙмәткәр йәлеп ителде. Бәхеткә күрә, ғәҙәттән тыш хәлдә һәләк булыусылар теркәләмәне.

Лилиә Фәйзуллина, Сибай ҡалаһында йәшәүсе: “Халыҡ көтә. Филармонияны ремотлайбыҙ тиҙәр ҙә, бер нәмә лә бумай. Төҙөкләндерелһә концерттарға йөрөр инек”.

Автор: Илдар Байбулатов.

Сибай филармонияһын Мәскәүҙең «Равелин» йәмғиәте төҙөкләндерәсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA