Быйыл Кушнаренко районында ҙур малсылыҡ комплексы төҙөлә башлай

Быйыл Кушнаренко районында ҙур малсылыҡ комплексы төҙөлә башлай https://bash.news/news/88691_byjyl_kushnarenko_rajonynda_ur_malsyly_kompleksy_tl_bashlaj
24 ғин 2019, 23:33

Инвестиция проектын "Башкир-молоко" йәмғиәте тәҡдим итә. Ул "Таврос" компаниялар төркөмөнә ҡарай. Инвестициялар күләме - 9 миллиард һумдан ашыу. Бер һыйырҙан йылына 11 мең литрға яҡын һөт һауып алырға уйлайбыҙ, тине "Инвестиция сәғәтендә" предприятие етәксеһе Кирилл Ершов.

150-гә яҡын эш урыны булдырыласаҡ. 3 мең 500 һыйырға иҫәпләнгән ике ферманан тыш, Израиль компанияһы менән берлектә мал аҙығы үҙәге төҙөү планлаштырыла.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров ауыл хужалығы министрлығына малсылыҡ комплексын төҙөүҙең бөтә нескәлектәрен өйрәнергә ҡушты. Мартта инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйыласаҡ.

Быйыл Кушнаренко районында ҙур малсылыҡ комплексы төҙөлә башлай

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Когда отремонтирую ваш подъезд