Башҡортостанда төбәк операторҙарының береһе ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын тәрән эшкәртеү юлын үҙләштерә

Башҡортостанда төбәк операторҙарының береһе ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын тәрән эшкәртеү юлын үҙләштерә https://bash.news/news/88692_bashortostanda_tbk_operatoraryny_beree_aty_knkresh_aldytaryn_trn_eshkrte_yulyn_lshter
24 ғин 2019, 23:35

Органик ҡалдыҡтарҙан ашлама, ҡайтанан сеймалға бармаған сүп-сарҙан РДФ-яғыулыҡ яһау. Был маҡсатта юғары уҡыу йорттарының береһе менән экотехнопарк төҙөү тураһында килешелгән. Был йүнәлешкә һалынған 500 миллион һум сүп-сарҙы тулыһынса эшкәртергә мөмкинлек бирәсәк тигән фекерҙә белгестәр.

Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылында йәшәүсе Аҙнаевтар ғаиләһе кесаҙна иртәһен көтөп ала. Мал-тыуарҙан артҡан ҡалдыҡтарҙы коммуналь хеҙмәттәр ҡулына тапшырырға кәрәк. Урамдар хәҙер таҙарып ҡалды, ти ғаилә вәкилдәре.

Гөлдәр Аҙнаева, айыусы ауылында йәшәүсе: “Сүп-сар йыйылғас тирә-яҡ таҙа. Урамда туҙып ятмай. Сүп-сарҙы эттәр туҙҙырмай”.

Ауыл биләмәһе хакимиәтендә билдәләүҙәренсә, халыҡ төбәк операторы машинаһы үтеүгә хәҙер күнегеп бара. Ауылдаштар аҙна дауамында йыйылған сүп-сарын йыйып ҡапҡа алдына сығарып ҡуя.

Илмир Сарбулатов, айыусы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы: “Ауыл халҡының сүп-сара ҡалала йәшәүселәрҙеке кеүек күп түгел. Шуға ла машина аҙнаһына бер тапҡыр үтеүе етә”.

Квитанцияларҙы әле күрмәнек. Ниндәй хаҡ булыр белмәйем. Ҡайһы бер өйҙәрҙә пропискала торған кешеләр күп үҙҙәре унда йәшәмәй. Шуға ла һорауҙар ҙа эш тә артыр тип уйлайым.

Өсөнсө төбәк операторын Башҡортостандың "сүп-сар гиганты" тип атарға мөмкин. Ойошма 22 муниципаль берәмекте, тотошлайы менән республиканың көньяҡ райондарын хеҙмәтләндерә. Йыйылған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарының бер өлөшө Ишембай сүп-сар эшкәртеү комплексында төрҙәргә айырыла. Конвейрҙа пластик шешә, картон, ҡағыҙ, быяла төрҙәре, полиэтилен ҡайтанан эшкәртеүгә оҙатыла.

Ришат Исламов, етештереү цехы мастеры: “Был ике лентала сменаһына 32 төр сеймал айырабыҙ. Иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем эшләйбеҙ. Йыйылған сеймалды преслап һатып алыусыларға оҙатабыҙ”.

Эшкә ярамаған сүп-сар ҡеүәтле пресс ярҙамында тығыҙланып полигонға оҙатыла. Белгестәр был ҡалдыҡтарҙың тирә-яҡ мөхиткә зарары мөмкин тиклем кәметелгән тип билдәләй.

Һуңғы өс аҙнала Ишембайҙағы комплекс былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, ике тапҡырға күберәк ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәрткән. Был үҙгәрештәрҙең быға тиклем бөтөнләй сүп-сар сығарылмаған төбәктәргә барып етеүе менән дә бәйле, ти белгестәр.

Закон тулы ҡеүәтенә эшләй башлау менән сығарылған көнкүреш ҡалдыҡтары күләме артыуы ла көтөлә. Шуға ла уны эшкәртеү юлдарын тағы ла камиллаштырыу мөһим. Өсөнсө төбәк операторы уҡыу йорттарының береһе менән Экотехнопарк ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул иткән. Килешеүгә ҡул ҡуйылған. Белгестәр әле производствоға оҙатылмаған сүп-сарҙы ла ҡайтанан эшкәртеү юлдарын барлай. Мәҫәлән, органика, йәғни-аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтарынан ашлама әҙерләү шулай уҡ РДФ яғыулыҡ етештереү проекттары ҡарала. Көнкүреш ҡалдыҡтарын тулыһынса эшкәртергә өйрәнгән осраҡта, халыҡҡа тәҡдим ителгән хаҡты түбән кимәлдә һаҡлау мөмкинлеге бар.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Башҡортостанда төбәк операторҙарының береһе ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын тәрән эшкәртеү юлын үҙләштерә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд