«Һоҡланыу» матурлыҡ салоны оло йәштәге ҡатындарҙы йәнә кредит тоҙағына эләктерә

«Һоҡланыу» матурлыҡ салоны оло йәштәге ҡатындарҙы йәнә кредит тоҙағына эләктерә https://bash.news/news/88693_olanyu_maturly_salony_olo_jshtge_atyndary_jn_kredit_toayna_elkter
24 ғин 2019, 23:37

Иғтибар! Хаҡлы ялдағы ҡатын-ҡыҙҙар йәнә лә кредит тоҙағында. Матур һәм яғымлы әңгәмәләшеп, телефон аша үҙҙәренә саҡырыусы "Һоҡланыу" сәләмәтлек үҙәге клиенттары ризаһыҙлыҡ белдерә. Салонда эшләгән менеджерҙар ҡайҙандыр өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың исем-шәрифтәрен, телефонын табып, клиенттарҙы бушлай дауаланыу процедураларына саҡыра. Ҡатын-ҡыҙҙар менән һаулыҡ салоны килешеү төҙөгән, әммә уларҙың һәр икенсеһе банкка ҙур күләмдә проценттар менән аҡса түләргә тейеш.

Роза Мөбәрәк ҡыҙы "Һоҡланыу" сәләмәтлек салоны менән бәйләнгәндән алып, дөрөҫөрәге 21 декабрҙән бирле тыныс йәшәй алмай. Һаулығын яҡшыртырға саҡырыу алған ханыма, бушлай процедура эшләйҙәр. Ҡараңғы бүлмәлә ярты сәғәттән ашыу ҡулдарын өҫтәлдәге аппаратҡа ҡуйып ҡымшанмай ултыра. Ә хәле яҡшырыу урынына, ҡатмарлаша ғына. Ҡан баҫымы йыш күтәрелә. Бушлай тип вәғәҙәләгән дауалау алымдары ла хаҡлы ялдағы ханым өсөн буй етмәҫлек булып сыға. Килешеү буйынса ул үҙ кеҫәһенән 96 125 мең һумдан ашыу кредит түләргә тейеш.

Роза Таһирова, зыян күреүсе: “БСТ -нан ҡарайным, Уйлап ҡуйҙым мин дә шул хәлгә ҡалмаһам ине тип. Нисек халыҡты этләйҙәр. Минең 13 мең пенсия, уны көнөн-көнгә һуҙып йәшәп ятам, квартплата түләйем. Миңә уларға кредит түләгәндән һуң йәшәргә өс мең ҡала. Нисек йәшәргә ул өс меңгә?”

Роза Мөбәрәк ҡыҙы бәләгә тарыу менән, уға күрше өлкәлә йәшәгән берҙән-бер ҡыҙы ярҙамға ашыға. Луиза Сәлихова реабилитолог булып эшләй. Сәләмәтлек салоны эшмәкәрлеге-ҡатын-ҡыҙҙарға шатлыҡ урынына, баш бәләһенә әүерелеүенә ул ризаһыҙлыҡ белдерә. Әсәһенең мәнфәғәтен яҡлап ул прокуратура һәм полиция юлын тапарға мәжбүр.

Луиза Сәлихова, Роза Таһированың ҡыҙы: “Беҙ ул клиникаға барҙыҡ. Бөтә ҡағыҙҙар менән танышып сыҡҡас, мин килешеүҙе өҙөү өсөн ғариза яҙҙҙым”.

Роза Таһированың "Һоҡланыу" үҙәгендә дауаланғандан һуң кинәт ҡан баҫымы күтәрелә. Ашығыс ярҙам машинаһында 6- cы дауаханаға эләгә.

Хаҡлы ялдағы 64 йәшлек Роза Мөбәрәк ҡыҙы "Һоҡланыу" үҙәгенә килеп кредит тоҙағына эләгермен тип башына ла индермәй. Әлеге ваҡытта уның был үҙәк менән килешеүе өҙөлгән. Әммә сәләмәтлек үҙәге банкҡа аҡсаларҙы әлегә тиклем күсермәгән. 13 мең пенсияға йәшәгән ханым, һөҙөмтәлә ете меңдән ашыу кредит һәм штраф өсөн проценттар түләргә мәжбүр.

Үҙәк хеҙмәткәрҙәре Роза Таһированың аҡсаларын банкка күсереү кәрәклеге хаҡында мәғлүмәт тейешле инстанцияға еткерелде, тип белдерә. Әммә 96 мең һумдан ашыу аҡсаны ул ни өсөн түләргә тейеш. Үҙәк менән килешеү өҙөлгән. Бер-нисә процедураны үткәндән һуң һаулығы ҡаҡшауы хаҡындағы фактты иҫбатларға уның хәле етерме? "Яңылыҡтар" хеҙмәте әленән-әле "Һоҡланыу" салоны тирәләй бәхәстәрҙе күрһәтеп, халыҡҡа еткереп тора. Әммә иҫкәртеп, аңлатып тороуға ҡарамаҫтан, ҡатын-ҡыҙҙар бер үк тырмаға баҫа.

Любовь Полоусова, зыян күреүсе: “Миңә телефондан шылтыратып Бубновскийҙың уҡыусылары билеңде дауалаясаҡ тинеләр. Уның уҡыусылары дауалағас, ярҙам итер тип уйланым. Мине Юля ҡабул итте. Бер тин дә алмайбыҙ, теләһәгеҙ ҡайтып китерһегеҙ, тине”.

Декабрҙә бушлай дауаланырға килгән Любовь Полоусованың да матди хәле шатланырлыҡ түгел. Ул да кредит тоҙағына батҡан. Һауыҡтырыу үҙәгенә күпме генә ишек шаҡыһа ла үтеп инә алманы.

"Һоҡланыу" үҙәгенән күңелдәре ҡайтҡан ҡатын-ҡыҙҙар был бәхәскә нөктә ҡуйыу өсөн артабан Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенә һәм прокуратураға ялыу яҙасаҡ. Алданып төп башына ултырған ханымдар үҙ хоҡуҡтарын суд аша яҡларға теләй.

Автор: Гүзәл Борханова.

«Һоҡланыу» матурлыҡ салоны оло йәштәге ҡатындарҙы йәнә кредит тоҙағына эләктерә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд