Төбәктә һауа температураһы 31° градусҡа етәсәк

Төбәктә һауа температураһы 31° градусҡа етәсәк https://bash.news/news/88703_tbkt_aua_temperaturay_31_gradusa_etsk
25 ғин 2019, 11:01

Башҡортостанда һауа температураһы 31 градусҡа етәсәк. Башгидрометүҙәк белгестәре мәғлүмәттәре буйынса, алдағы көндәрҙә республикала көндәр һыуытасаҡ. Көслө ел күтәрелеүе көтөлә.

Төбәктә һауа температураһы 31° градусҡа етәсәк
Төбәктә һауа температураһы 31° градусҡа етәсәк

Башҡортостанда ял көндәрендә урыны менән бер аҙ яуыуы, еңелсә буран сығыуы көтөлә. Шәмбе, 26 ғинуарҙа, ел төньяҡ-көнбайыштан, талғын, төнгө ваҡытта елдең көсәйеүе ихтимал. Һауа температураһы 23–28 градус, көндөҙ 8–13 градус һалҡын.

Йәкшәмбе, 27 ғинуарҙа, һауа температураһы төндә 31 градусҡа тиклем түбәнәйеүе көтөлә. Көндөҙ йылытасаҡ, -16°, ҡайһы бер райондарҙа -20°.

Спутник FM
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество