Башҡалала көслө ҡар яуыуы сәбәпле, йөк транспорттары хәрәкәтенә сикләү индерелде

Башҡалала көслө ҡар яуыуы сәбәпле, йөк транспорттары хәрәкәтенә сикләү индерелде https://bash.news/news/88707_bashalala_ksl_ar_yauyuy_sbple_jk_transporttary_xrkten_sikl_inderelde
25 ғин 2019, 11:50

Өфөлә һауа шарттарының боҙолоуо күҙәтелә. Көслө ҡар яуыуы, буран әлегәсә дауам итә. Ошо сәбәпле, йөк транспорттарына хәрәкәт итеү сикләнә.

Башҡалала көслө ҡар яуыуы сәбәпле, йөк транспорттары хәрәкәтенә сикләү индерелде
Башҡалала көслө ҡар яуыуы сәбәпле, йөк транспорттары хәрәкәтенә сикләү индерелде

Хәбәр итеүҙәренсә, , 25 ғинуарҙа дөйөм ҡулланыу юлдарына йөк транспорттарына инеү сикләнә. Сикләү хәүефһеҙлек һәм тығындар булдырмау маҡсатында индерелә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә иртәнге ваҡыттарҙа тығындар күҙәтелде. Әле башҡалала тығындар ете балл менән баһалана.Йөк машиналарына киләһе юлдарҙа сикләү индерелә: Өфө-Аэропорт, Өфө-Шаҡша-КПМ, Өфө-Жилино, Өфө-Затон-КПМ.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа