Өфөлә автобустарҙа түләү схемаһы үҙгәрә

Өфөлә автобустарҙа түләү схемаһы үҙгәрә https://bash.news/news/88709_fl_avtobustara_tl_sxemay_gr
25 ғин 2019, 12:17

Башҡалала йәмәғәт транспортында юл хаҡы ваҡытҡа ҡарап билдәләнәсәк. Иртәнге һәм киске мәлдә юл хаҡы ҡиммәтерәк булыуы күҙаллана.

Өфөлә автобустарҙа түләү схемаһы үҙгәрә
Өфөлә автобустарҙа түләү схемаһы үҙгәрә

Республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Бурдюк мәғлүмәттәре буйынса, хәҙер үк түләүҙең яңы схемаһына күсеүгә, башҡалала ике төр хеҙмәтләндереүҙең булыуы ҡыйынлыҡ тыуҙыра.

Ҡалала пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү менән дәүләт һәм шәхси транспорттар шөғөлләнә. Үҙгәреш индереү барыһына ла төрлөсә тәьҫир итә. Шәхси эшҡыуарҙар халыҡтың күпләп йөрөгән ваҡытында, хаҡты күтәрә аласаҡ. Башҡа ваҡытта билет хаҡы 25 һум тәшкил итһә, иртәнсәк һәм кискеһен юл хаҡы утыҙ һумға етәсәк. Ә бына дәүләт йәмәғәт транспорттары юл хаҡын егерме биш һумдан артыҡ күтәрә алмай.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ошондай уҡ тәҡдим менән Транспорт министрлығы сығыш яһағайны. Белгестәр фекеренсә, бындай сәйәсәт ярым буш автобустар проблемаһын хәл итәсәк.

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество
Когда отремонтирую ваш подъезд