Радий Хәбиров Әбйәлил районда Зәкирйәновтар ғаиләһендә ҡунаҡта булды

Радий Хәбиров Әбйәлил районда Зәкирйәновтар ғаиләһендә ҡунаҡта булды https://bash.news/news/88723_radij_xbirov_bjlil_rajonda_zkirjnovtar_ailend_unata_buldy
25 ғин 2019, 15:25

Октябрь айында Радий Хәбиров көньяҡ-көнсығыш райондарына эш сәфәре барышында, урамда уйнап йөрөгән биш йәшлек Рамаҙан менән аралаша. Төбәк Башлығы уның менән иҫтәлеккә фото төшә һәм социаль селтәргә һала. Бөгөн Радий Хәбиров Зәкирйәновтар ғаиләһе менән яҡындан танышты. Радий Хәбиров Әбйәлил районда Зәкирйәновтар ғаиләһендә ҡунаҡта булды

Радмир менән Әлиәнең биш йәшлек Рамаҙан тигән улдары һәм дүрт йәшлек Ирида исемле ҡыҙҙары бар. Ғаилә өс йыл элек башҡаланан тыуған ауылдарына ҡайтып төпләнә.

Радий Фәрит улының беҙҙең улыбыҙ менән аралашып, фотоға төшөүөнән һуң, беҙ танылыу алдыҡ. Ә Төбәк Башлығының балаларыбыҙға бүләк ебәреүе-икеләтә ҡыуаныс. Рамаҙан бүләк ителгән конструкторҙан нимә генә яһаманы.

Зәкирйәновтар ғаиләһе

Төбәк Башлығы Рамаҙанға конструктор, Иридаға-матур ҡурсаҡ, ә уларҙың әсәһенә-сәскәләр гөлләмәһе бүләк итә. Шулай уҡ, ғаиләгә Радий Хәбировтың теләктәре менән фотоһүрәт тә тапшырыла. Радий Хәбиров Әбйәлил районда Зәкирйәновтар ғаиләһендә ҡунаҡта булды

Йәш ғаиләләрҙең тыуған ауылдарына ҡайтып төпләнеүе бик яҡшы. Урындағы хакимиәт уларға ярҙам күрһәтергә тейеш. Бында бик матур, тәбиғәте лә һоҡланғыс. Күренеп тора, ауыл үҫешә, һеҙҙең ғаиләгеҙгә бөхет һәм мөхәббәт теләйем.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы

Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Спутник FM
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество