Көслө дауыл һөҙөмтәһендә, Кумертау ҡалаһында стелла зыян күрә

Көслө дауыл һөҙөмтәһендә, Кумертау ҡалаһында стелла зыян күрә https://bash.news/news/88725_ksl_dauyl_mtend_kumertau_alaynda_stella_zyyan_kr
25 ғин 2019, 15:34

Бөгөн, 25 ғинуарҙа, республика биләмәһендә көслө ел сыҡты. Дауыл эҙемтәһеҙ үтмәне.

Көслө дауыл һөҙөмтәһендә, Кумертау ҡалаһында стелла зыян күрә
Көслө дауыл һөҙөмтәһендә, Кумертау ҡалаһында стелла зыян күрә

Йома иртәһендә көслө дауыл Кумертауҙағы стелланы урынынан алып ташлай. Фотоһүрәттәр социаль селтәргә эләгә. Урында йәшәүселәр һүҙҙәренсә, КПМ районындағы стелланы ошо аҙна башында ғына урынлаштыралар. Бөхеткә, зыян күреүселәр юҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн төбәктә һауа шарттарының насарайыуы күҙәтелә. Буран һәм көслө ҡар яуыуы сәбәпле, башҡалала тығындар ун балл менән баһаланды.

Спутник FM
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд