Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Михаил Закомалдин Сибайҙа эшлекле осрашыу үткәрҙе

Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Михаил Закомалдин Сибайҙа эшлекле осрашыу үткәрҙе https://bash.news/news/88731_bashortostan_bujynsa_bash_federal_inspektor_mixail_zakomaldin_sibaja_eshlekle_osrashyu_tkre
25 ғин 2019, 16:58

Сибай ҡалаһының экологик торошо РФ Президентының Волга буйы федераль округында тулы хоҡуҡлы вәкиллеге аппараты күҙәтеүе аҫтында. Кесе йома РФ Президентының Волга буйы федераль округында тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров бойороғо буйынса, баш федераль инспектор эш сәфәре менән Сибайҙа булды.

Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Михаил Закомалдин Сибайҙа эшлекле осрашыу үткәрҙе
Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Михаил Закомалдин Сибайҙа эшлекле осрашыу үткәрҙе

Сибай ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов менән осрашыу барышында, ҡаланың экологик хәле тикшерелде. Әлеге ваҡытта ғәҙәттән тыш хәлдең эҙемтәләрен бөтөрөү өҫтөндә 13 берәмек техника һәм 36 хеҙмәткәр эшләй. Карьерҙы өлөшләтә һыу менән тултырыуға әҙерлек саралары бара. Ҡалала, шулай уҡ, республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияның ведомство-ара оператив штабы эшләй.Сибайға башҡала медицина учреждениелары табиптары оҙатыла. Дауахана селтәрҙәре аша битлектәр таратыу ойошторола.

Әлеге ваҡытта урында күсмә лабораториялар эшләй. Улар тәүлек әйләнәһенә атмосфераны тикшерә. Уның һөҙөмтәһе оператив рәүештә ҡала хакимиәте һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайттарында баҫылып сыға.

Спутник FM
Новости партнеров
GAUGA