Бөгөн иртән баш ҡалала 10 баллыҡ тығындар күҙәтелде

Бөгөн иртән баш ҡалала 10 баллыҡ тығындар күҙәтелде https://bash.news/news/88750_bgn_irtn_bash_alala_10_bally_tyyndar_ktelde
25 ғин 2019, 21:12

Өфө урамдары водителдәрҙе сыҙамлыҡҡа һынай. Һауа торошо боҙолоу һөҙөмтәһендә юлдарҙағы хәрәкәт бер мәлгә туҡталып ҡалды. Аварияға осраған, йә иһә буксирға алынған транспортты бөгөн ҡаланың төрлө мөйөштәрендә күрергә мөмкин.

Бөгөн иртәндән юлдарҙа мәхшәр. Төндә ҡар яуып буран сығыуы һөҙөмтәһендә таңдан уҡ юлдарҙа киломертҙарға һуҙылған тығындар барлыҡҡа килде. Һауа торошонң боҙолоуы руль артындағыларға ла, йәйәүлеләргә лә хәрәкәт итеүҙе ҡатмарлаштыра.

Руль артындағылар араһында коммуналь хеҙмәттәрҙе әрләүселәр ҙә, маҡтаусылар ҙа бар. Күпселек фекеренсә, быйыл ҡар алдағы йылдар менән сағыштырғанда, тиҙерәк таҙартыла. Бигерәк тә үҙәк урамдар ялтырап ята. Ҡыш ҡар-буранһыҙ булмай, был ваҡытлы күренеш, бер аҙ түҙемлек тә кәрәк, ти улар.

Һауа торошо боҙолоуы юл фажиғәләре артыуға ла килтергән. Сөнки тимер ат хужаларының күбеһе тиҙлек режимын үтәмәй, транспорт саралары бер-береһенә саманан тыш яҡын хәрәкәт итә. Был үҙ сиратында күмәк автомобилдәр ҡатнашлығындағы аварияларға килтерә. Мәҫәлән бөгөн генә "Тимер юлы дауаханаһы" туҡталышында бер юлы дүр пассажир автобусы бәрелешә- бер "Нефаз" һәм өс "Газель". Инспекторҙар руль артындағыларға алыҫ юлға сыҡмаҫҡа, юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә кңәш итә.

Әле федераль трассаларҙа ҡар таҙартыу техникаһы тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ итә, баш ҡала урамдарында иһә 300-ләп техника юлдарҙы таҙартыу менән мәшғүл, шулай уҡ ихаталарҙа ла эш бара.

Айҙар Ишмаев, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе: “Өфө урамдарын ҡарҙан таҙартыуға 318 махсус техника йәлеп ителгән, өс йөҙҙән ашыу торлаҡ-коммуналь система хеҙмәткәре эшләй. тәү сиратта пассажирҙар транспорты йөрөгән юлдар таҙартыла, әлбиттә, бәләкәй урамдар ҙа, ихаталар ҙа иғтибар үҙәгендә, беҙ көсәйтелгән режимда эшләйбеҙ”,

Әммә халыҡтың вайымһыҙлығы, йәғни үҙҙәренең тимер аттарын тырым-тырағай ташлап китеүе генә ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Синоптиктар фекеренсә, киләһе көндәрҙә лә уяулыҡты юғалтырға ярамай, яуым-төшөм бер аҙ кәмей, әммә һауа температураһы үҙгәреш ҡаласаҡ.

Автор: Рәмзиә Каримова.

Бөгөн иртән баш ҡалала 10 баллыҡ тығындар күҙәтелде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна