Өфөлә юл-транспорт ваҡиғаһында ҡатнашҡан водителде автомобиленән сығарыу өсөн ҡотҡарыусылар ярҙамы талап ителгән

Өфөлә юл-транспорт ваҡиғаһында ҡатнашҡан водителде автомобиленән сығарыу өсөн ҡотҡарыусылар ярҙамы талап ителгән https://bash.news/news/88751_fl_yultransport_vaiaynda_atnashan_voditelde_avtomobilenn_syaryu_sn_otaryusylar_yaramy_talap_itelgn
25 ғин 2019, 21:12

Өфөнөң Локотки ауылы Локотки ауылына боролған урында "Пежо" менән "БМВ" автомобилдәре бәрелеште. Авария һөҙөмтәһендә һуңғы транспорт сараһында ултырған водителде сығарыу өсөн ҡотҡарыусылар саҡыртырға тура килгән. Баш ҡаланың граждандарҙы һаҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, махсус белемле хеҙмәткәрҙәр салонда ҡыҫылып ҡалған 32 йәшлек ҡатынға ярҙам күрһәтә.

Артабан бәләгә тарыусы ашығыс ярҙам машинаһы менән дауаханаға оҙатыла. Иномаркаларҙа ултырған тағы ла бер нисә кешегә медицина ярҙамы талап ителгән. Әлеге ваҡытта авария сәбәптәре асыҡлана.

Бөгөн Затон биҫтәһен урап һалынған юлда ла күмәк транспорт саралары ҡатнашлығында авария теркәлде. Барлығы ике тиҫтәгә яҡын автомобиль зыян күрҙе. Видеотеркәү ҡоролмаһына төшөрөлгән яҙманан күренеүенсә, юл-транспорт фажиғәләре бер нисә урында теркәлгән. Әммә улар бер-береһенән әллә ни йыраҡ түгел. Әйтергә кәрәк, был урында сәғәтенә 90 километр тиҙлек менән йөрөргә рөхсәт ителә. Бындай мөмкинлек һауа шарттары тотороҡһоҙланғанда хәүефле.

Өфөлә юл-транспорт ваҡиғаһында ҡатнашҡан водителде автомобиленән сығарыу өсөн ҡотҡарыусылар ярҙамы талап ителгән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир
GAUGA