Өфөлә «Бергә Медиа» журналистар форумы башланды

Өфөлә «Бергә Медиа» журналистар форумы башланды https://bash.news/news/88752_fl_berg_media_zhurnalistar_forumy_bashlandy/?lang=bash
25 ғин 2019, 21:13

Һәләтле журналист булыу серҙәре һәм киң мәғлүмәт сараларына бағыусыларҙы нисек йәлеп итергә? Ошо һәм башҡа һөнәри һорауҙар Өфөлә беренсегә үткән "Бергә Медиа" фестивалендә күтәрелде. Журналистар, яҙыусылар, төрлө редакция етәкселәре һәм студенттар бер майҙанға йыйылды.

Осрашыуҙа йәштәр билдәле ҡәләм оҫталары менән аралашты, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашып заманса журналистика талаптары хаҡында фекер алышты.

Мөнир Ҡунафин, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың журналистар һәм яҙыусылар союзы ағзаһы: “Заман юғары тиҙлектә үҙгәрә, үҙгәрештәр бик күп һәм журналистика ла шулай уҡ. Бындай фестивалдәр заманға яраҡлашырға, үҙебеҙҙең ҡаҙанда ғына ҡайнамаҫҡа, ә дөйөм Рәсәй кимәлендә фекерләргә өйрәтә. Бөгөнгө көндә журналистарға ҡағыҙ форматта ғына түгел, ә тәү сиратта интернет киңлектәрендә күберәк эшләргә кәрәк”.

"Бергә Медиа" фестивале Рәсәйҙә 2002 йылдан алып уҙғарыла. Күләмле проект төбәк мәғлүмәт сараларының эш сифатын арттырыуға, журналистарҙың һөнәри кимәлен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Өфөлә фестиваль өс көн дауам итәсәк. Ошо ваҡыт эсендә оҫталыҡ дәрестәрендә практик күнекмәләрҙә ҡатнашырға, ҡыҙыҡлы лекциялар тыңларға мөмкин.

Борис Мелкоедов, Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе: “Республика журналистарының был фестивалдә ҡатнашыуы бик ҡыуаныслы. Төп маҡсат -үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу. Фестивалдә интернет киңлектәрендә эшләүсе тәжрибәле белгестәр сығыш яһай”.

Автор: Флорида Ким.

Өфөлә «Бергә Медиа» журналистар форумы башланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста