Ирекмәндәр ярҙамында Кушнаренко районында урынлашҡан шишмә эргәһе тәртипкә килтерелде

Ирекмәндәр ярҙамында Кушнаренко районында урынлашҡан шишмә эргәһе тәртипкә килтерелде https://bash.news/news/88753_irekmndr_yaramynda_kushnarenko_rajonynda_urynlashan_shishm_erge_trtipk_kilterelde
25 ғин 2019, 21:14

Улар "Лидер йөрәге" проекты ағзалары. Тиҫтәнән ашыу ирекмән араһында уҡыусылар, студенттар ғына түгел, ә оло йәштәге ханымдар, төрлө предприятие етәкселәре бар ине. Кушнаренко районынан проектта ҡатнашыусы Юрий Лешуков "Рәсәй лидеры" проектында әүҙемлек күрһәтеп, шишмәне таҙартыу идеяһы менән сыға.

Өфөнән килгән ирекмәндәргә урындағылар ҙа ҡушыла. Уртаҡ көс менән өс-дүрт сәғәт дауамында иҫкергән бураның бүрәнәләре, ҡыйығы алыштырылып, яңынан ишек эшләп ҡуйылды. Шишмә башын уратып алған ҡоҙоҡҡа ҡапҡас та яһалды. Өмәлә ҡатнашыусылар эштән бушағас, саф һауала

Юрий Лешуков, ирекмән: "Рәсәй лидеры" конкурсында ҡатнашып, финалға үттем. Грант аҡсаһына төрлө социаль проекттар эшләү төп шарттарҙың береһе ине. Шуға ла мин, тәү сиратта, тирә-яҡ мөхиткә иғтибарлы булыу маҡсатын ҡуйҙым. Сығымдар кәрәкле инструменттар һатып алыуға, ашауға, юлға түләнде”.

Автор: Фәниә Юланова.

Ирекмәндәр ярҙамында Кушнаренко районында урынлашҡан шишмә эргәһе тәртипкә килтерелде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд