Ишембай районында буласаҡ геопарк биләмәләре картаһы төҙөлә

Ишембай районында буласаҡ геопарк биләмәләре картаһы төҙөлә https://bash.news/news/88754_ishembaj_rajonynda_bulasa_geopark_bilmlre_kartay_tl
25 ғин 2019, 21:15

"Торатау"ға экспедиция. Бөгөн бер төркөм Өфө ғалимдары, рус география йәмғиәте ағзалары Ишембай районына юлланды. Өс көн дауамында барасаҡ сәйәхәт барышында улар буласаҡ геопарк биләмәһе картаһын төҙөйәсәк. Билдәле булыуынса, исемлеккә Торатау һәм Йөрәктау шихандары, шулай уҡ ике районға ҡараған үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡылары индерелгән. Улар араһында Хазина мәмерйәһе, Күк-Ҡарауыҡ шарлауығы, Туғар Салған күле кеүек тиҫтәләрсә объект бар.

Руфина Шаһапова, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты: “Геопарк территорияһын урап сығып, һаҡланасаҡ объекттарҙың торошон ҡарап сығасаҡбыҙ”.

Экспедицияла барлығы 17 кеше ҡатнаша. Улар "Торатау" геопаркы биләмәһен булдырып, эргә-тирәләге ер-һыу атамаларына асыҡлыҡ индерәсәк. Был йәһәттән, бығаса геопарк исемлегендәге тәбиғәт ҡомартҡыларының артыуы ла ихтимал. Маршрут төбәктең туғыҙ ауылы аша үтә.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Ишембай районында буласаҡ геопарк биләмәләре картаһы төҙөлә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа