Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында студент көнө уңайынан байрам саралары үтте

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында студент көнө уңайынан байрам саралары үтте https://bash.news/news/88755_miftaxetdin_amulla_isemendge_bashort_dlt_pedagogiya_universitetynda_student_kn_uajynan_bajram_saralary_tte
25 ғин 2019, 21:15

Тәмле торт һәм бал! Бөгөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының беренсе курс студенттары өсөн юғары уҡыу йорто алдындағы майҙанда байрам ойошторолдо. Студенттар көнө уңайынан йәштәр спорт уйындарында ҡатнашты.

Зачет кенәгәһе - студенттың йөҙө. Тәүҙә һин уның өсөн эшләйһең, артабан ул һинең өсөн тигән шаяртыу ҙа йөрөй, студенттар араһында. Беренсе курс өсөн тәүге һынау артта ҡалған. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдында алма төшөрлөк тә урын юҡ. Көн буранлап тороуға ҡарамаҫтан, һәр кемдә байрам кәйефе. Йәштәрҙе уҡыу йорто ректоры вазифаһын башҡарыусы Салауат Сәғитов ҡотлап, торт менән һыйланы. 25 ғинуарҙа Татьяна көнө билдәләнә. Уның йолаһы буйынса Салауат Тәлғәт улы сәй урынына бал таратты.

Салауат Сәғитов, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы: “Бал менән һыйлайым. Был башҡорттарҙың боронғо эсемлеге”.

Быйыл юғары уҡыу йорто ҡарамағындағы колледж менән бергә меңдән ашыу беренсе курс студенты иҫәпләнә. Улар өсөн ошондай сара йыл һайын уҙғарыла.

Студенттар - берҙәм халыҡ. Команда өсөн тырышыу сифаты бөгөн уларға ярҙам итте. Белеме менән меңде йығырға әҙерләнеүселәргә беләк көсө лә кәрәк булды. Ауыр тәгәрмәстәрҙе тәгәртеү еңелдән түгел. Студенттар көнө ҡышҡы һабантуй формаһында үтә. Күңелле спорт уйындары ойошторолдо.Факультеттар үҙ-ара ярыша.

Байрам республиканың бөтә уҡыу йорттарында ойошҡанлыҡ менән уҙҙы. Студенттар көнө уңайынан Өфө дәүләт нефть-техник университетының Иҡтисад һәм сервис факультеты студенттары ла беренселек өсөн көс һынашты.

Уҡырға һәм төрлө сараларҙа ҡатнашырға, бөтә ерҙә лә өлгөрөргә - йәштәр һәр заманда ла күңелле йәшәй. Ә байрам һәр бөтәһе өсөн дә уртаҡ, тиергә була, күптәр был көндө үҙенең студент йылдарын иҫкә ала.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында студент көнө уңайынан байрам саралары үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Банер уфимская волна