Баймаҡ районы Байыш ауылы ир-егеттәре ҡоро спорт залын төҙөкләндерәсәк

Баймаҡ районы Байыш ауылы ир-егеттәре ҡоро спорт залын төҙөкләндерәсәк https://bash.news/news/88756_bajma_rajony_bajysh_auyly_iregettre_oro_sport_zalyn_tklndersk
25 ғин 2019, 21:16

Баймаҡ районы Байыш ауылында былтыр ир-егеттәр ҡоро ойошторолоп, улар ауыл тирәһендә өмәләр үткәреү, яңы йыл ҡаласығын төҙөү, урындағы клубты ремонтлау эшен башҡарҙы. Быйыл ҡор ағзалары элекке административ бинаны кайтанан төҙөкләндереп, урындағы йәштәргә шөғөлләнеү өсөн спорт залы әҙерләй башланы.

Хәҙерге интернет заманында кешеләрҙе йыйып алыу бер ни түгел, киске сәғәттәрҙә иғлан яҙыла, ә иртәгәһенә иһә эшсе көстәр көтөп тора. Әммә бындай күренеш Байыш ауылы ир егеттәренә хас, былтыр улар күмәкләп йыйылып һөйләшеп ауыл тормошон үҙ кулына алды. Ул ҡағыҙҙа түгел, эш менән башланып китте. Ойоштороу төркөмө, кырҙа эшләгән егетттәр Эльмир Әхәтов, Азат Хамматов һәм тагы бер нисә егет башланғысында берҙәм өмәләр яһалды, балалар өсөн боҙ ҡаласыктары төҙөлдө, мәҙәниәт йорто ремонтланды, әйткәндәй яңы йыл каласыктар конкурсында тап байыштар гран при яуланы. Әле хужаһыҙ торған бинала спорт күнекмәләре өсөн бүлмәләр төҙөкләндерелә башланы.

Ремонт эшендә урындағылар ғына түгел, ә ситтә йәшәүселәр ҙә ярҙамға кайта.Был юлы Сибай калаһында электрик булып эшләгән егеттәр кайткан, ә ситтә , Себер тарафтарында хеҙмәт иткәндәр матди ярҙам күрһәткән.Уларҙың аксаһына спорт залына кәрәк ярактар ҙа алынасак.

Ә урындағы ир егеттәр ҡорона килгәндә, бөгөн инициатив ойошманың үҙ чаты бар, шулай ук унда үҙ ара бүленгән финанстарҙың кайҙа сарыф ителеүе лә күҙәтелә. Ә башкарылған эштәр күҙгә күренерлек. Оҙакламай яныртылған клуб бинаһы үҙ ишектәрен асасак. Уны хәҙер танырлык та түгел, ә бит уйлап ҡараһаҡ ауыл тормошо ошо клуб, мәктәп биналарына нык бәйлә . нгән, хәҙер ҙур артистарҙы ҡабул итеүе лә оят түгел. Бында эштәр башланғас , район мәҙәниәт идаралығы ла иницатив төркөмгә ярҙам ҡулы һуҙған.

Эшләһәң эш ҡарышмай. Бергәләп сыҡһаң, айырыуса үҙең эшләһәң тағыла күнеллерәк, хеҙмәт һөҙөмтәһе лә, уның ҡәҙере лә юғарыраҡ була. Алма беш, ауыҙыма төш тигән замандар артта ҡалды, хәҙер инициативалы кешеләр осоро килде. Быны вакытында аңлаған Байыштарҙың өлгөһө барыһы өсөн дә үрнәк булып тора.

Автор: Гөлнур Ишбулатова.

Баймаҡ районы Байыш ауылы ир-егеттәре ҡоро спорт залын төҙөкләндерәсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Банер уфимская волна