Балтас мәҙәниәт һарайында тантаналы шарттарҙа театр йылы асылды

Балтас мәҙәниәт һарайында тантаналы шарттарҙа театр йылы асылды https://bash.news/news/88759_baltas_mnit_arajynda_tantanaly_sharttara_teatr_jyly_asyldy
25 ғин 2019, 21:19

Тамашасы иғтибарына урындағы коллективтың сығышынан тыш, Өфөнөң "Нур" татар дәүләт театры актерҙары ҡуйған Туфан Миңнуллиндың "Алты ҡыҙға бер кейәү" спектакле тәҡдим ителде. Ижади коллективтар бер сәхнәлә осрашып, тәжрибә уртаҡлашты, театр йылында көтөлгән яңы премьералар тураһында фекер алышты.

Мәҙәниәт һарайы, ғәҙәттәгесә, халыҡ менән шығырым тулы. Әммә бөгөнгө тамашаға килгән олоһо ла, кесеһе лә, "бәхетле"билет эләктергән. Балтаста театр йылын асыу тантанаһы юғары кимәлдә ойошторолдо. Баш ҡала, урындағы коллектив актерҙары береһенән-береһе сағыу сәхнә әҫәрҙәре менән сығыш яһап, тамашасыны рухи яҡтан байытты.

Миңленур Сәйетова-Ғиззәтуллина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы: “Яңыраҡ ҡына Ҡазандан ҡайтып төштөк, быйыл республика буйлап тәүге гастролебеҙ Балтас районында”.

Рушат Мөҙәрисов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы: “Спектаклдәр һәр бер кешегә фәһем бирергә тейеш. Концерттар ҙа шулай уҡ. Халыҡ театрға һыуһаған. Бөгөнгө тамашала зал туп-тулы, шөкөр, алҡышлап ҡаршы алдылар”.

"Нур" театры "Алты ҡыҙға бер кейәү" лирик комедияһын тәҡдим итте. Сәхнә әҫәре ҡатын-ҡыҙ бәхете тураһында. Сағыу ролдәрҙең береһен башҡарған Лиана Хәйертдинова сығышы менән Балтастан. Уның өсөн яҡташтары алдында уйнау - ҙур яуаплылыҡ.

Лиана Хәйертдинова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы: “Ныҡ тулҡынланам. Беҙ районға йыл һайын ҡайтырға тырышабыҙ. Былтыр Наил Ғәйетбайҙың "Балкондан төшкән мөхәббәт" тамашаһын ҡуйғайныҡ, яҡшы үтте. Быйыл да уңышлы уҙыр, тип ышанам”.

Бөгөн Балтас районында өс халыҡ театры эшләп килә. Бынан тыш тиҫтәнән ашыу ололар һәм балалар коллективы иҫәпләнә. Шуға ла "Тамаша" республика халыҡ театрҙары фестиваленең тап ошо төбәктә үтеүе осраҡлы түгел.

Камилә Халиҡова, Балтас районының "Балҡыш" халыҡ театры режиссеры: “Театр ул - матурлыҡ, мөхәббәт, күңелдән сыҡҡан эскерһеҙ һүҙҙәр. Туҡай әйткәнсе, театр яҡтылыҡҡа илтә. Сәхнәгә тағы ла балалар театрҙары сығыр тип ышанабыҙ. Театр йылын ҙур пландар менән көтәбеҙ”.

Театр йылы Балтаста мәҙәни сараларға бай булмаҡсы. Йыл дауамында сәнғәт һөйөүселәр райондың һәр ауыл биләмәһе үҙешмәкәр коллективының сығыштарын ҡарай аласаҡ.

Авторҙар: Ләйсән Хәмитова, Фәниә Юланова.

Балтас мәҙәниәт һарайында тантаналы шарттарҙа театр йылы асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA