Радий Хәбиров Әбйәлил районында үткән «Digital Ҡоролтай» фестивалендә ҡатнашты

Радий Хәбиров Әбйәлил районында үткән «Digital Ҡоролтай» фестивалендә ҡатнашты https://bash.news/news/88771_radij_xbirov_bjlil_rajonynda_tkn_digital_oroltaj_festivalend_atnashty
25 ғин 2019, 23:32

Радий Хәбиров Рамаҙан менән йәнә осрашты. Былтыр республика етәксеһе Әбйәлил районына эш сәфәре мәлендә танышҡан малай - Йәнекәй ауылынан 5 йәшлек Рамаҙан менән бөгөн тағы күреште. Бер юлы Радий Фәрит улы йәш дуҫының ата-әсәһе, Закирйәновтар ғаиләһе менән дә аралашты, бергә ултырып сәй эсте. Төбәк башлығы малайҙың атаһы Радмир менән төҙөлөп ятҡан мал һуйыу цехын ҡараны. Халыҡ менән осрашҡанда Радий Хәбиров йәнекәйҙәргә балалар баҡсаһы төҙөүҙә, автобус бәйләнеше булдырыуҙа, газ үткәреүҙә ярҙам итергә вәғәҙәләне.

Күптәнге таныштар менән иртәнге аш. Республика етәксеһенең эш сәфәре Йәнекәй ауылындағы кескәй дуҫы Рамаҙан менән осрашыуҙан башланды. Етди булмаған шарттарҙа төбәк киләсәге менән етди һөйләшеү.

Биш йәшлек кенә Рамаҙанды республикала хәҙер һәр кем яҡшы таный. Радий Хәбировтың Урал аръяғы райондарына тәүге эш сәфәрендә урамда уйнап йөрөгән малайға туҡтап һүҙ ҡушыуы бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Республика етәксеһенең был социаль селтәрҙәге аҫтына аңлатма бирмәгән берҙән-бер фотоһы. Бары тик бер яҙыу: өйҙә. Әммә ошо бер генә һүҙ һәм фотоһүрәттәге күренеш төбәктең киләсәге тураһында күпте һөйләй. Рамаҙан был тарихи мәлде аңлап та етмәй, әммә халыҡта ябай фото ҙур өмөттәр уятты.

Әйткәндәй, Рамаҙан хәҙер тотош ауыл өсөн дә геройға әйләнде. Тап уның арҡылы ауылда яңы балалар баҡсаһы барлыҡҡа киләсәк. Быға тиклем ул һеңлеһе менән мәктәпкәсә учреждениеға күрше ауылға йөрөргә мәжбүр булған.

Һәм быларҙың барыһы ла социаль селтәрҙә баҫтырылған бер фотоның эҙемтәһе. Виртуаль киңлектәр үҫешкән һайын уның ҡеүәте лә арта ғына. Аҡыллы файҙаланғанда интернет киңлектәре һөҙөмтәле идара итеү ҡоралы. Икенсе йыл рәттән уҙғарылған диджитал ҡоролтай фестивалендә тап ошо мәсьәләләр өйрәнелде. Республика һәм федераль кимәлдә билдәле блогерҙар ҡатнашҡан сарала сығыш яһап Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә ултырырға яратмаһа ла халыҡ мәнфәғәте өсөн эшендә интернет мөмкинлектәрен киң ҡулланыуын белдерҙе.

Республикала һәр етәксенең дә аккаунттары барлыҡҡа килеүе, бар проблеманы ла ҡыҫҡа ваҡытта асыҡлау һәм хәл итеү мөмкинлеге биргән инцидент менеджмент системаһының эш башлауы ошоға асыҡ дәлил. Ләкин уның ҡалыпҡа һалынып, көйлө эш башлауына тиклем республикала ҡул менән идара итмәйсә мөмкин түгел. Радий Хәбиров шунда уҡ "Березки” ял итеү үҙәгенең эшмәкәрлеге менән танышты. Шифахананың ҡайһы бер корпустары ремонт талап итә. Район етәкселеге иһә яңыларын төҙөүҙе һорай. Радий Хәбиров был мәсьәләгә комплекслы ҡараш талап итә. Ял итеүселәрҙе күберәк йәлеп итеү өсөн корпустар арттырыу ғына етмәй, инфраструктураны яҡшыртыу, өҫтәмә дауалау үҙәктәре булдырыу ҙа шарт.

Көньяҡ райондарҙы борсоған көнүҙәк мәсьәләләр мейе штурмы форматында уҙған семинар кәңәшмәлә лә ҡаралды. Ауыл хакимиәттәре башлыҡтары командаларға бүленеп төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләне Һәм шунда уҡ тармаҡ министрҙары, республика етәксеһенән дә эксперт фекере тыңланы. Уйын рәүешендә генә уҙғарылған сарала тотош республикаға хас көнүҙәк байтаҡ проблемалар асыҡланды.

Автор: Айнур Кәбиров.

Радий Хәбиров Әбйәлил районында үткән «Digital Ҡоролтай» фестивалендә ҡатнашты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа