Сибайҙағы карьерҙы өлөшләтә һыу менән тултырыу процессы 1 февралдән башланыр тип көтөлә

Сибайҙағы карьерҙы өлөшләтә һыу менән тултырыу процессы 1 февралдән башланыр тип көтөлә https://bash.news/news/88772_sibajay_karery_lshlt_yu_menn_tultyryu_processy_1_fevraldn_bashlanyr_tip_ktl
25 ғин 2019, 23:33

Был турала ҡала хакимиәтендә үткән брифингта билдәләнде. Буран булыуға ҡарамаҫтан, мәғдәндең окисләнеү процесын туҡтатыуға йүнәлтелгән саралар ғәҙәти режимда бара. Хәүефле участкаға ҡомло балсыҡ, һелтеле һыу ҡойола. Һауа атмосфераһындағы зарарлы матдәләрҙе ҡыуыу, карьерҙан ситкә сығармау маҡсатында елләткестәр ҡуйыла башлаған. Медицина учреждениеларында иһә эш яйға һалынған, Өфө табиптары килеүгә бәйле ажиотаж бер аҙ кәмегән.

Буран, көслө ел булыуға ҡарамаҫтан, иртәнге, көндөҙгө лаборатор тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә Сибайҙа көкөрт диоксиды миҡдары норманан юғары булмауы билдәләнде. Тәү сиратта, кире күрһәткестәр карьерға яҡын урынлашҡан Нуриманов урамында теркәлә торғайны. Шуға күрәлер ҙә тәүге елләтеү ҡоролмаһы тап был биләмәгә яҡын урынлашҡан участкаға ғуйыла. Ул елһеҙ көндө мәғдәндең окисләнеү процесы һөҙөмтәһендә сыҡҡан газдарҙы секундына 24 кубометрға тиклем ҡыуа.

Ҡала яғына зарарлы матдәләр китмәһен өсөн был аҙнала тағы ла ике елләткес ҡуйыу планлаштырыла. Улар тәүгеһенә ҡарағанда күпкә ҡеүәтле. Белгестәр был ҡоролмалар экологик хәлде тағы ла яҡшыртыр тип өмөтләнә.

Карьерға һыу ағыҙа башлауға әҙерлек эштәре лә дауам итә. Хәүефле участкаға ҡомло балсыҡ түгелә, биләмәнән электр, техник ҡорамалдар сығарыла. Әйткәндәй, ҡалала киҫкен еҫ һиҙелмәһә лә, поликлиникаға көн һайын йөҙҙәрсә кеше мөрәжәғәт итә. Баш ҡала белгестәре килгән тәүге көндәрҙә коридорҙан бөтөнләй үтерлек булмаһа, хәҙер ғауға бер аҙ кәмегән. Пульмонолог, аллерголог, офтальмолог, кардиолог, онкологтар - утыҙҙан ашыу белгес сибайҙарҙың һаулығы һағында.

Радик Нәҙерғолов, Сибай ҡала дауаханаһы баш табибы вазифаһын башҡарыусы: “Сибай халҡына ҙур ярҙам күрһәтелә медицина яғынан, Өфө табиптары 1 мартҡа тиклем ҡабул итеүҙәр ойоштора. Көнөнә меңгә яҡын кеше ҡабул ителә”,

Бигерәк тә, Республика онкология үҙәге табиптарына күренергә теләүселәр күп, Сибайҙа яман шеш менән ауырыусылар һаны, сирҙең асыҡланышы Башҡортостан буйынса уртаса күрһәткестәргә тиң. Табип-онколог Замир Абдуллин билдәләүенсә, “һауала көкөрт диоксиды норманан 600 тапҡырға ашыу булғанда ғына кеше сәләмәтлеге өсөн үтә лә зыянлы. Шуға халыҡҡа борсолорға кәрәкмәй,”-ти ул.

Замир Абдуллин, табип-онколог: “Сәғәт иртәнге туғыҙҙан алтыға тиклем эшләйбеҙ. Көн һайын һикһәндән ашыу кешене ҡарайбыҙ. Беҙ дүрт онколог килдек. Көкөрт диоксиды ул машиналар йөрөй шул уҡ. Унда концентрацияһы ғына утыҙ тапҡырға юғары”.

Сибайҙар иһә Өфөнән килгән табиптар десанты эшмәкәрлеген юғары баһалай. Пациенттарҙы ҡабул итеү ойошҡан рәүештә уҙғарыла. ЭКГ, Узи һәм башҡа тикшеренеүҙәрҙе ваҡытында үтеү - үҙенә күрә профилактик сара ла.

Зөлфиә Әбдрәхимова, Сибай ҡалаһында йәшәүсе: “Өс ҡыҙым бар, Өфө белгестәре килгәнгә беҙ бик ҡыуандыҡ. Бер юлы кардиолог, лор, невролог, педиатрҙы үтергә мөмкинлек тыуҙы. Йөрәкте лә тикшерҙеләр УЗИ эшләп, кардиолог та ҡабул итте, бөтәһе лә бер юлы, бик тиҙ бөтәһен дә ҡабул итәләр”,

Тутыя Мырҙабаева, Сибай ҡалаһында йәшәүсе: “Медицина бик һәйбәт, бына Өфөнән килеп бик яҡшы иттеләр. Бабайым да күренде, үҙем дә. Ауырып дауаханала ятҡайһы, хәҙер, хатта, үҙен һәйбәт тоя. Шатланып йөрөйбөҙ, рәхмәт”.

Поликлиникала психолог, психотерапевтар ҙа ҡабул итеүҙәр ойоштора. Һуңғы ваҡиғаларға бәйле күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүселәр бар. Белгестәргә алдан яҙылып сифатлы ярҙам алырға мөмкин. Әйткәндәй, баш ҡала табиптары киләһе аҙнанан халыҡҡа консультатив ярҙам күрһәтеүҙән тыш, сирлеләргә операция яһауҙа ла ҡатнаша башлай.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Сибайҙағы карьерҙы өлөшләтә һыу менән тултырыу процессы 1 февралдән башланыр тип көтөлә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Когда отремонтирую ваш подъезд