Башҡортостанда Голландия технологияһы буйынса агророботтар йыйыу цехы эшләй башланы

Башҡортостанда Голландия технологияһы буйынса агророботтар йыйыу цехы эшләй башланы https://bash.news/news/88773_bashortostanda_gollandiya_texnologiyay_bujynsa_agrorobottar_jyjyu_cexy_eshlj_bashlany/?lang=bash
25 ғин 2019, 23:34

Был проект төбәккә инвестициялар йәлеп итеү һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырыла. 180 000 евро менән баһаланған заман машиналарының ярты хаҡы дәүләт дотацияларынан финанслана. Ауыл хужалығына индереләсәк яңы быуын роботтар менән тулыраҡ беҙҙең сайтта танышығыҙ.

Был аҡыллы робот фермерҙарҙың һәм һөт йүнәлешендә эшләгән малсыларҙың алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы, уң ҡулы буласаҡ. Хужалыҡта ике робот ярҙамында тәүлегенә биш тапҡыр 150 баш һыйыр һауырға мөмкин.

Илдар Ҡарабаев, "Роботекс" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры: “Лейти Астронавт -А -5 роботы юҡҡа ғына Йыһан исеме менән аталмаған. Унда Европа космос агентлығы йыһан аппараттарын тоташтырғанда ҡулланған лазер ҡорамалдары өс-д камера урынлаштырылған”.

Донъялағы иң яҡшы һауыу роботтарын йыйыусы инженерҙар ҙа уларҙы ауыл хужалығына индереү иҡтисади яҡтан отошло, тип билдәләй. Тәүлегенә биш мәртәбә һауыу һөттөң сифатын һаҡлай. Сығымдар ҙа 2-3 тапҡырға кәмерәк булыр тип көтөлә.

Тимур Ҡарабаев, хеҙмәтләндереүсе инженер: “Тәүлегенә биш тапҡыр һауынды бер генә ауыл хужалығы предприятиеһы ла ойоштора алмай. Был ҙур көс һәм сығымдар талап итә. Ә роботтың хеҙмәт етештереүсәнлеге тәүлегенә 24 cәғәт”.

Әлеге ваҡытта малсылыҡта ҡулланыуға 6 робот йыйыуға дәүләт заказы алынған. Заман машиналары рационға ярашлы туҡландырыу, көнөнә биш тапҡыр һауыу, һөттөң сифатын һәм компоненттарын асыҡлау, уларҙы өс сортҡа айырыу, һыйырҙың физик торошон тикшереүҙе башҡара.

Лейти-Астронавт -А-5 роботтары Башҡортостанда йыйыла. Уларҙа Йыһан аппаратттарында булған лазер ҡорамалдары ҡулланыла. Беренсе партия 6 робот Әбйәлил районының Красная Башкирия ауыл хужалығы предприятиеһына оҙатыласаҡ. Улар хужалыҡта кешене алмаштыра, ә оператор эште күҙәтә генә. Бер робот ярҙамында көнөнә 70 һыйыр һауырға мөмкин.

Голландия 1992 йылдан бирле донъяла агророботтар етештерә. Агророботтар Европа илдәрендә, Көньяҡ Америкала күпләп ҡулланыла. Рәсәй һөтсөлөк тармағына 400-ләп робот ҡайтарылған. Башҡортостанға иһә роботтарҙың иң һуңғыһы бишенсе быуыны ҡайтарыла. Республика һөтсөлөк тармағы буйынса алдынғы төбәктәрҙән һанала. Киләсәктә был йүнәлештә хеҙмәттәшлек бермә-бер артасаҡ.

Йерун Кейзер, робот техникаһы менән тәьмин итеүсе фирма вәкиле: “Фермерҙарға беҙҙең роботтар бик уңайлы, һауынсы эҙләйһе түгел. Һыйыр һауыу бик ауыр физик эш, элегерәк ҡул көсө менән көнөнә ике-өс тапҡыр 30- 50 -ләп һыйыр һауырға кәрәк булһа, беҙҙең компания һыйырҙы биш тапҡыр һауа торған система уйлап сығарҙы”.

Тәүге роботтар Әбйәлил районы "Красная Башкирия" ауыл хужалығы предприятиеһында эшләйәсәк. Хужалыҡтағы 1408 баш малдың 555-е һауын һыйырҙары. Инвестиция проекты сиктәрендә тағы ла 800 баш ҡара -сыбар тоҡомло таналар алыу, йылына 7, 2 мең тонна юғары сифатлы һөт һауыу мөмкинлеге бирәсәк.

Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, Ауыл хужалығы министры: “Беренсе объект Әбйәлилдә Красная Башкирия хужалығында буласаҡ. Инвестиция сәғәтендә был мәсьәлә хәл ителгәйне. Әлеге ваҡытта юл картаһы эшләнгән. Иң алдынғы һәм заманса малсылыҡ йүнәлеше киң ҡолас аласаҡ”.

Республикала шулай уҡ "Һөт бизнесы" мәктәбе проектын тормошҡа ашырыу ҙа күҙаллана. Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың мөрәжәғәтнамәһендә колледждарҙың матди-техник базаһын яҡшыртыу бурысы ла ҡуйылғайны. Дәүләт ауыл хужалығындағы яңы роботлаштырыу йүнәлешенә белгестәр һәм фермерҙар әҙерләү өсөн дә тейешле шарттар булдырыласаҡ.

Автор: Гүзәл Борханова

Башҡортостанда Голландия технологияһы буйынса агророботтар йыйыу цехы эшләй башланы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста