Константин Толкачев

Константин Толкачев https://bash.news/news/88803_konstantin_tolkachev_berm_rsj_partiyayny_tbk_blekse_sekretary_itep_ajlandy
26 ғин 2019, 22:03

Бөгөн фирҡәнең төбәк бүлексәһе конференцияһы үтте. Йәшерен тауыш биреү барышында 213 делегаттың күбеһе Константин Толкачевтың кандидатураһын һайланы. Партияның яңы һайланған төбәк бүлексәһе секретары киләсәктә лә Башҡортостан өсөн эшләйәсәкмен тип белдерҙе.

Константин Толкачев, "Берҙәм Рәсәй" партияһы төбәк бүлексәһе секретары, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе: “Самая главная задача на данный момент – максимальное содействие продвижению заявок республики. Вместе с министерствами, ведомствами и депутатским корпусом всех уровней мы выступаем единой командой нацеленой на ее решение”.

Руслан Ғиззәтуллин Кушнаренко районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнеүгә ғариза яҙыу сәбәпле "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһы ла бушап ҡалғайны. Конференцияла ҡатнашыусылар бөгөн Руслан Әхмәҙинуров менән Константин Канунников кандидатураларын партияның Үҙәк башҡарма комитетына тәҡдим итте. Сәйәси фирҡә уставы нигеҙендә уларҙың береһе дүшәмбе партияның генераль советы президиумында хуплау үтергә тейеш.

Константин Толкачев

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA