Ленинград блокадаһын үткәндәргә ете мең һум күләмендә ярҙам күрһәтеләсәк

Ленинград блокадаһын үткәндәргә ете мең һум күләмендә ярҙам күрһәтеләсәк https://bash.news/news/88804_leningrad_blokadayn_tkndrg_ete_me_um_klmend_yaram_krtelsk
26 ғин 2019, 22:04

Ленинград ҡалаһын ҡамауҙан азат итеүгә-75 йыл. Башҡортостандан ғына был ҡамауҙан иҫән ҡотолған йөҙҙән ашыу кеше Ленинградты азат итеүҙә ҡатнашҡаны өсөн миҙалы һәм Блокадалы Ленинградта йәшәүсе билдәләре менән бүләкләнгән. Тантана уңайынан был аяныслы мәлдәрҙә ҡамауҙан иҫән-һау ҡотолғандарға ете мең һум күләмендә аҡсалата ярҙам күрһәтеләсәк.

Декабрь һәм ғинуар айында күркәм юбилейҙарын билдәләгән өлкән йәштәгеләр ҙә иғтибар үҙәгендә. Башлыса ҡарттар йорттарында һәм интернаттарҙа тәрбиәләнеүсе оло йәштәгеләргә сәй артында йылы әңгәмә ҡорҙо, бүләкәү акцияһы ла йылы һәм эшлекле шарттарҙа үтте.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова тәҡдиме менән социаль селтәрҙәрҙә башланған акцияға ҡалаларҙан һәм төпкөл райондарҙан да өлкәндәр саҡырылды.

Автор: Гүзәл Борханова.

Ленинград блокадаһын үткәндәргә ете мең һум күләмендә ярҙам күрһәтеләсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество