Өфөлә Ленинград блокадаһын өҙөүгө 75 йыл тулыу уңайынан тарихи квест ойошторолдо

Өфөлә Ленинград блокадаһын өҙөүгө 75 йыл тулыу уңайынан тарихи квест ойошторолдо https://bash.news/news/88805_fl_leningrad_blokadayn_g_75_jyl_tulyu_uajynan_tarixi_kvest_ojoshtoroldo
26 ғин 2019, 22:05

Башҡортостан милли музейында балалар һәм үҫмерҙәр араһында отҡорлоҡ бәйгеһе ойошторолдо. Тарихи квест Ленинград блокадаһын өҙөүҙең 75 йыллығына арналды. Утыҙ уҡыусы биш командаға бүленде. Һәр төркөмгә тәжрибәле остаз тәғәйенләнде. Ҡатнашыусылар ярты сәғәт эсендә һорауҙарға яуап биреп, һәр станцияла билдәле бер темаға үҙ фекерҙәрен белдерергә тейеш ине.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, уйын шарттары ҡатмарлы түгел, иң мөһиме үҫмерҙәрҙән зирәклек, отҡорлоҡ талап ителә. Квестың үҙенсәлеге шунда: ҡатнашыусылар үҙҙәре үк тарихи ваҡиға геройҙары- саперҙар, почтальондар, хәрби хәбәрселәр, шәфҡәт туташтары. Уйын аҙағында ҡыҙҙар-малайҙарға музей буйлап йөкмәткеле экскурсия ойошторолдо.

Сәмсүрә Гордеева, көмөш ирекмән, "Орбита" үҫмерҙәр клубы директоры: “Севастополь оборонаһын ишеткәндә улар батҡан кораблдәрҙе сығарырға, ҡотҡарырға тейеш ине. Төрлө хәлдәрҙә ҡатнашыусыларҙы һынап ҡарап, тарихҡа ҡыҙыҡһыныу уятырға тырышабыҙ. Беҙҙең төп маҡсат шул”.

Автор: Фәниә Юланова.

Өфөлә Ленинград блокадаһын өҙөүгө 75 йыл тулыу уңайынан тарихи квест ойошторолдо

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд