Билдәле йырсы Алһыу атаһының юбилейын ҡаршылар өсөн Башҡортостанға килде

Билдәле йырсы Алһыу атаһының юбилейын ҡаршылар өсөн Башҡортостанға килде https://bash.news/news/88810_bildle_jyrsy_alyu_atayny_yubilejyn_arshylar_sn_bashortostana_kilde
26 ғин 2019, 22:09

Рәсәйҙең атҡаҙанған артисын башҡорт халыҡ "Гөлнәзирә" йыры һәм милли ризыҡтар менән ҡаршы алдылар. Алһыуҙың Башҡортостанға килеүе осраҡлы түгел. Үҙе әйтеүенсә, ул атаһының 65 йәшлек юбилейына ҡайтҡан. Кесе Ватаны булыуын, һағынып ҡайтыуҙарын белдерҙе.

Әйткәндәй, Алһыу быйыл Өфөлә үтәсәк "Евразия йөрәге" Халыҡ-ара сәнғәт фестивалендә Юрий Шевчук, Земфира, ағалы-ҡустылы Абдразаҡовтар кеүек билдәле яҡташтарыбыҙ менән бергә сығыш яһаясаҡ.

Алһыу Сафина, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы: “Һағынам, әлбиттә. Башҡортостанға мин бик теләп ҡайтам. Әле лә атайым тыуған Илеш районы Уяндыҡ ауылына тип килдем. Илеш яҡтары баласаҡтың иң ҡәҙерле хәтирәләре менән бәйле. Тәбиғәтенең хозурлығы бигерәк тә күңелдә тәрән урын алған. Башҡортостан, ғөмүмән минең кесе Ватаным”.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Билдәле йырсы Алһыу атаһының юбилейын ҡаршылар өсөн Башҡортостанға килде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA