«Салауат Юлаев» хоккейсыларының ситтәге уйындар серияһы тамамланды

«Салауат Юлаев» хоккейсыларының ситтәге уйындар серияһы тамамланды https://bash.news/news/88811_salauat_yulaev_xokkejsylaryny_sittge_ujyndar_seriyay_tamamlandy
26 ғин 2019, 22:10

Бөгөн юлаевсылар Хабаровскийҙа урындағы "Амур" клубы менән көс һынашты. Һуңғы осрашыуҙарҙа дәғүәселәр яҡташтарыбыҙға ҡаршы уңышлы сығыш яһай. Был юлы ла улар 3-0 иҫәбе менән еңеү яуланы.

Иң үкенеслеһе, яҡташтарыбыҙ аутсайдерҙың ҡапҡаһына бер шайба ла индерә алманы. Дөйөм алғанда, Николай Цулыгин тәрбиәләнеүселәре ситтә барлығы алты уйын уҙғары. Уларҙа бер осрашыу ғына төп ваҡытта Өфө клубы еңеүе менән тамамланды.

Өс уйында юлаевсылар отолорға мәжбүр булды. Киләһе матчын "Салауат Юлаев" хоккейсылары 29 ғинуарҙа уҙғара. Был көндө Өфөгә Финляндияның "Йокерит" клубы килә.

«Салауат Юлаев» хоккейсыларының ситтәге уйындар серияһы тамамланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд