Бер аҙна эсендә республика юлдарында 104 кеше зыян күрә

Бер аҙна эсендә республика юлдарында 104 кеше зыян күрә https://bash.news/news/88850_ber_ana_esend_respublika_yuldarynda_104_keshe_zyyan_kr
28 ғин 2019, 10:41

Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмә барышында уҙған аҙна өсөн юл-транспорт ваҡиғалары статистикаһы хәбәр ителде. Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов мәғлүмәттәре буйынса, 21- 28 ғинуарҙа төбәктә 85 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә.

Бер аҙна эсендә республика юлдарында 104 кеше зыян күрә
Бер аҙна эсендә республика юлдарында 104 кеше зыян күрә

Аварияларҙа 8 кешенең ғүмере өҙөлә һәм 104 кеше тән йәрәхәттәре ала. Юл ваҡиғаларының төп сәбәбе-ҡаршы һыҙатҡа сығыу һәм тиҙлек режимын һаҡламау.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йәкшәмбе, 27 ғинуарҙа, Бишбүләк районында үлемесле авария теркәлә. Ҡырғыҙ-Миәкә- Бишбүләк юлының 25 саҡрымында ВАЗ 2115 һәм «Нива Шевроле» автомобилдәре бәрелешә. Ваҡиға һөҙөмтәһендә, 37 йәшлек водитель менән уның өс пассажиры һәләк була. Тағы ла бер пассажир тән йәрәхәттәре ала.

Спутник FM
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Когда отремонтирую ваш подъезд