Башҡортостанда балалар лагеры урынына реабилитация үҙәге булдырыласаҡ

Башҡортостанда балалар лагеры урынына реабилитация үҙәге булдырыласаҡ https://bash.news/news/88852_bashortostanda_balalar_lagery_urynyna_reabilitaciya_ge_buldyrylasa
28 ғин 2019, 10:54

Республика Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров балалар ялы һорауына туҡталды. Республикала билдәле булған "Салют" балалар лагеры коммерция нигеҙендә эш итә.

Башҡортостанда балалар лагеры урынына реабилитация үҙәге булдырыласаҡ
Башҡортостанда балалар лагеры урынына реабилитация үҙәге булдырыласаҡ

Ленара Иванова һүҙҙәренсә, шифахананың яҡынса 50 миллион һум күләмендә бурысы йыйылған. Ойошма банкротлыҡҡа бара. Республика Башлығының лагерҙы һаҡлап ҡалыу буйынса үҙ тәҡдимен белдерә. Уның урынына ауыр сирҙәр менән яфаланыусы балалар өсөн реабилитация үҙәге булдырыласаҡ.

"Салют" янында балат табыу йорто һәм кардиоүҙәк эшләй. Үҙәкте булдырыуҙа республика етәкселәре Красногорскиҙан алған тәжрибә эшенә таянасаҡ. Йөҙ урынға иҫәпләнгән стационар һәм сменаһына 250 урынлыҡ ярым стационар булдырыу күҙаллана.

Халыҡ менән аңлатыу эшен үткәреү мөһим. Лагерь урынына заманса реабилитация үҙәге асыласағы тураһында аңлатырға кәрәк.

Радий Хәбиров

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа