Башҡортостанда көҙгә тиклем 480 йорт алды төҙөкләндереләсәк

Башҡортостанда көҙгә тиклем 480 йорт алды төҙөкләндереләсәк https://bash.news/news/88854_bashortostanda_kg_tiklem_480_jort_aldy_tklnderelsk

Республика программалары сиктәрендә 142 йәмәғәт урындарын һәм 480 йорт алды биләмәләрен төҙөкләндереү күҙаллана. Был хаҡта төбәк Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә Торлаҡ-коммуналь хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Палтусов белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, был маҡсатта яҡынса өс миллиард һум аҡса бүленәсәк.

Башҡортостанда көҙгә тиклем 480 йорт алды төҙөкләндереләсәк
Башҡортостанда көҙгә тиклем 480 йорт алды төҙөкләндереләсәк

Юрий Палтусов билдәләүенсә, күрһәткес уҙған йыл менән сағыштырғанда, өс тапҡырға күберәк. Был Радий Хәбиров бойороғо буйынса тормошҡа ашырыласаҡ программаға бәйле.

Үҙ сиратында, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров , 20 февралгә тиклем йортта йәшәүселәр менән йыйылыш уҙғарып, аңлатыу эштәрен үткәреү мөһим. Йылылыштарҙа граждандар йорт алды биләмәләрен төҙөкләндереү төрҙәрен билдәләйәсәктәр. Башҡортостанда йорт алды биләмәләрендә төҙөкләндереү эштәрен 15 майҙа башлау һәм ағымдағы йылдың 31 авгусына тамамлау ҡаралған.

Беҙ беренсе сентябргә тиклем бар эштәрҙе лә тамамларға тәҡдим итәбеҙ. Бер йорт алдын да йомшаҡ резинка ҡатламһыҙ ҡабул итмәйәсәкбеҙ. Был бик мөһим.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы

Спутник FM
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд